Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Сентябрь 2020, 13:25

Бөгөн район үҙәгендәге "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында милли кейем көнөн ҡаршылап, иртәлек үтте

Иртәгә - Милли кейем көнө. Шул уңайҙан "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Люциә Сәлихова өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре менән ошо темаға бағышлап, бик йөкмәткеле иртәлек үткәрҙе.

Балалар Башҡортостанда йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрен кейҙеләр. Люциә Борис ҡыҙы, балаларҙы милли кейемдәр иленә мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырҙы. Балалар үҙҙәре лә уға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Тәрбиәләнеүселәргә милли кейемдәр кейеп, йырлау-бейеү, фотоға төшөү бик оҡшаны.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: