Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Сентябрь 2020, 16:51

Арыҫланов Фә­рит Ялалетдин улына

2155 Ибраһим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Арыҫланов Фә­рит Ялалетдин улын 90 йәш­лек оло юбилейы менән их­лас күңелдән ҡотлап, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Туғыҙ тиҫтәгә аяҡ баҫҡан ҡәҙерлебеҙ үҙ ғүмерендә ил ни күрһә, шуларҙы күрҙе, йөрәге аша шуларҙы кисерҙе, йәш кенә көйөнә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауыр­лыҡтарҙы иңендә күтәрҙе, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла тормош ауырлыҡтары алдында бирешмәне, баш эймәне. Балалар тәрбиәләп үҫтерҙе, тормош юлын күркәм хеҙмәте менән биҙәне, беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгөлө атай булды. Беҙгә биргән матур тәрбиәң, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың, һаман да беҙҙе ҡай­ғыр­тып йәшәүең өсөн рәхмәт һиңә. Артабан да йәшәү­ҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шат­лыҡта, иҫән­лектә-һаулыҡта ғүмер итергә яҙһын. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас: