Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Киләсәк тормошоғоҙ тик изгелеккә, бәхеткә төрөнөп, именлектә-һаулыҡта, шатлыҡта ғына уҙһын. Балаларығыҙҙың бәхетле яҙмышына шаһит булып, изгелектәрен күреп, ғаиләгеҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Киләсәктә лә хеҙмәтегеҙҙән йәм табып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ тыныс, килер көндәрегеҙ имен булһын!
Ҡотло булһын күркәм юбилейығыҙ,
Гел ҡояшлы килһен көндәрегеҙ.
Фәрештәләр генә юлдаш булһын,
Бәхет менән үтһен ғүмерегеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!