Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Август 2020, 10:05

Юбилейың менән, һеңлем!

Иң яҡыным, иң ҡәҙерлем,Һеңлем минең, һин генәһең.Йөҙөң нурлы, йәнең йырлы,Туғанҡайым, бер генәһең.

1970 йылдың 19 авгусында Үтәгән ауылында ябай колхозсылар Ғәптиә менән Түрйән Ишкилдиндар ғаиләһендә оло ҡыуаныс булып, ике ул һәм бер ҡыҙ янына тағы бер сәскәләй ҡыҙ донъяға ауаз һалды. Уға Лилиә тип исем ҡуштылар. Эйе, ул сәскәләй тормоштоң йәме булды. Бала саҡтан уҡ тырыш, сос, үткер булып үҫте яҡыныбыҙ. Ете йәше тулғас, урындағы мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға төштө. Бында ул тик тырышып уҡыны һәм төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп торҙо. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлап, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инде. Уҡытыусы булып, балаларға төплө белем һәм тәрбиә биреү теләген тормошҡа ашырҙы һеңлебеҙ. Дүрт йыл унда уҡығандан һуң, үҙенең тыуған мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Йәш мөғәллимәне бында ҡыуанып ҡаршы алалар. Мәктәптә төрлө кисәләр, асыҡ дәрестәр - барыһына ла өлгөрә Лилиә Түрйән ҡыҙы. Ул уҡытыуға бар көсөн һала, тәжрибә туплай. Юғары белем тураһында ла онотманы: Башҡорт дәүләт педагогия институтын ситтән тороп тамамланы. Уҡыусылары уны әле лә онотмай, хәлдәрен белешеп торалар. Ул 34 йыл мәктәптә баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Һеңлем миңә һәм балаларыма оло терәк. Кәңәш кәрәк булһа, уға мөрәжәғәт итәм. Бер ҙә зарланмай, ауырыған әсәйемде һуңғы юлға оҙатҡансы тәрбиәләне. Бының өсөн уға оло рәхмәт. Ул ярҙамсыл, уңған хужабикә лә. Кейәүебеҙ Хәмит менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур итеп донъя көтәләр. Һеңлем аш-һыуға оҫта, нимә эшләһә лә, ҡулынан килә. Бына һигеҙ йыл инде Димитровград ҡалаһында мәктәптә балалар уҡыта. Уҡыусыларҙың күңеленә асҡыс тапҡан тырыш педагог белем биреү һәм тәрбиә эшен юғары кимәлдә башҡара. Дәрескә кәрәкле күргәҙмә материалдарҙы үҙе яһап ала. Ҡыҙыҡлы дәрестәр, кластан тыш эштәр үткәргән уҡытыусы, тәрбиә эшен йән­ләндереү маҡсатында эшләй. Уның эше­нән уҡыусылар, ата-әсәләр һәм етәкселәре ҡәнәғәт. Быны уның Маҡтау ҡағыҙҙары күрһәтә. Яратҡан һеңлем Лилиә, һине күркәм юбилейың менән ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙ, һиңә теләктәрҙең иң изге­ләрен юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормоштан, эштән йәм табып, күңел йылың менән беҙҙе йылытып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, тормош иптәшең Хәмит менән муллыҡта, татыулыҡта, тигеҙлектә йәшәгеҙ. Һин туған йәнле, беҙгә һәр ваҡыт ҙур терәк, кәңәшсе һәм дуҫ. Тырыш, хәстәрлекле, ҡәҙерле­беҙ­гә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бә­рәкәтле тормошта, беҙҙе һөйөндөрөп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Бәхет шишмәләрең тулы аҡһын,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яндарыңда булһын пар ҡанатың,
Гел шатлыҡта үтһен көндәрең.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Иң изге теләктәр менән апайың Мәүлиҙә, еҙнәң Рим һәм балалар.
Читайте нас: