Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Август 2020, 15:38

Сәғитов Айрат Сәхибгәрәй улына

2119 Иҫке Муса ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Сәғитов Айрат Сәхибгәрәй улын 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һәр көнөң ҡояшлы, мө­хәб­бәтле, яҡты булһын. Яҡын­дарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Сабыр холоҡло, мәр­хәмәтле, ярҙамсыл булыуың өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә шулай изге күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ йөҙлө булып, имен тормошта, яҡындарыңдың изге­лектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай кешелекле,
Ҡылған эшең бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен көндәрең,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зилә, барлыҡ туғандарың һәм уларҙың балалары.
Читайте нас: