Һиңә алдағы тормошоңда бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һинең беҙҙең арала булыуың донъябыҙҙы йәмләй, шатлығыбыҙҙы ишәйтә, хәсрәтебеҙҙе кәметә. Һәр көнөң ҡояшлы, мөхәббәтле, яҡты булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешебеҙ һин! Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһында.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Әлфирә, туғандарың, апайҙарың, ағайҙарың.