Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Август 2020, 15:59

Ишҡарина Менәүәрә Нурғәле ҡыҙына

2131 Үтәгән ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле әсә­йе­беҙ, өлә­сәйе­беҙ, ҡәй­нәм, апа­йыбыҙ Ишҡарина Менәүәрә Нурғәле ҡыҙын 65 йәшлек матур юбилейы ме­нән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныс­лы­ғы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көн­дәр, аҡ бәхеттәр те­ләй­беҙ. Беҙҙең яҡы­ныбыҙ кеше­лекле, изге күңелле, тырыш, уңған. Һинең алсаҡлығыңа, тормошто яратыуыңа, көслө рухыңа һәр саҡ һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә күңел тыныс­лығын­да, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙең терәк булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын, һәр ваҡыт шулай ихлас, матур һәм изге күңелле булып ҡал.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Сәләмәтлегең булһын ғүмерлек.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай
Беҙҙең өсөн оло терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән балаларың Фәнзил, Зилә, Фаил, Эльза, Рөстәм, Роберт, Тимур, туғаның Әсхәт һәм киленең Әлфиә.
Читайте нас: