Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Август 2020, 14:54

Ва­сильева Гөлназ Фи­ларис ҡыҙына

2103 Мөкәй ауы­­­лында йә­шәү­се ҡә­ҙерлебеҙ Ва­сильева Гөлназ Фи­ларис ҡыҙын 30 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлай­быҙ.

Йәй миҙгелендә донъяға кил­гән­гәме, беҙҙең яҡы­ныбыҙ тирә-яҡҡа йәм, нур таратып, шатлыҡ, яҡ­ты­лыҡ өләшеп йә­шәй. Ул сабыр хо­лоҡло, улдары өсөн йән атып торған гүзәл зат.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулып тә­гәрәһен. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, кү­ңел тыныслығынан айырмаһын. Кейәүебеҙ Евгений менән пар ҡанатлы тормош юлдарында һау-сәләмәт, балаларығыҙға терәк булып, уларҙың ҡы­уаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ, аҡ бәхеттәр кисереп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын һине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта.
Иң изге теләктәр менән ағайҙарың, апайҙарың, еңгәләрең һәм барлыҡ туғандарың.
Читайте нас: