Анатолий Ибраһим разьезы ауылында тыуып үҫкән. 11-се класҡа тиклем Һәүәләй урта мәктәбендә белем ала. Мәктәпкә йәйәүләп уҡырға йөрөй торғайныҡ, тип иҫкә ала ул. Уҡыған сағында һәр яҡлап та әүҙем була. Һәр төрлө спорт ярыштарында ғына түгел, башҡа фәндәр буйынса ла олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
“Уҡытыусылар мине төрлө яҡлап үҫтерергә тырышты, мин дә уларға яуап итеп, барыһына ла өлгөрөргә ынтылдым. Спортҡа һөйөү тәрбиәләгән физкультура уҡытыусылары Фаяз Рамазановҡа һәм Йәзилә Ғәзизоваға, был юлды һайларға ярҙам иткән атай-әсәйемә ҙур рәхмәт”, - ти ул.
Маҡсатлы егет мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө һөнәри-педагогия колледжына физкультура белгеслеге буйынса уҡырға инә. Диплом алғандан һуң, хәрби хеҙмәткә киткәнсе Башҡорт дәүләт педагогия институтына документтарын тапшырып, тәүге сессияһын уҡып өлгөрә. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, тәүге хеҙмәт сынығыуын район балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ала. Бында эшләгән йыл ярым эсендә Анатолий тәрбиәләнеүселәре менән волейбол һәм баскетбол буйынса район йыйылма командалары араһында призлы урындар алыуға өлгәшә.
Бына унынсы йыл инде Анатолий Витальевич Олокүл урта мәктәбендә балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра, спортҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә, һөҙөмтәләре лә ҡыуанырлыҡ.