Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Август 2020, 15:24

Мин­зилә Вәкил ҡыҙы Яҡ­шы­ғоловаға

2083 Мырҙа ауы­лында йә­­шәүсе ҡәҙерле Мин­зилә Вәкил ҡыҙы Яҡ­шы­ғолованы күркәм юби­лейы менән ихлас кү­ңел­дән ҡайнар ҡотлай­быҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡ­та ниндәй генә һүҙ­ҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Һинең йомарт, нескә күңелеңә һоҡ­ланып бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙгә терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлә.
Яҡыныбыҙға ошо матур көндә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта күңел тыныслығы менән именлектә үтһен.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен -
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән Ғайсар, Миңлегөл, Гөлназ, Буранбай, Марсель, Розалия, Морат.
Читайте нас: