Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Август 2020, 15:23

Артур Мөнир улы Юлмөхәмәтовҡа

2095 Ҡарлыман ауы­лын­да тыуып үҫеп, хә­ҙерге көндә Ҡырмыҫ­ҡалы ауы­лында йәшәү­се улы­быҙ Артур Мөнир улы Юлмөхәмәтовты күр­­кәм юбилейы - 30 йәше менән ихлас кү­ңелдән ҡотлайбыҙ.

Улыбыҙ киленебеҙ Алина менән бергә ҡул­ға-ҡул тотоношоп 10 йыл татыу ғүмер кисерә.
Сабыр холоҡло, киң күңелле, яратҡан кеше­беҙгә йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, күңел тыныслығы, ҡыуаныс-шатлыҡ­тарға бай көндәр теләйбеҙ.
Эшегеҙҙән тәм, йәшәүҙән йәм табып, тигеҙ­лектә, муллыҡта, татыулыҡта донъя рәхәт­лектә­ренә кинәнеп, иңгә-иң терәшеп ғүмер итергә яҙһын. Күңелегеҙҙе тыныслыҡ, рух ныҡлығы, иман нуры таш­ламаһын. Тыуыр таңдарығыҙ - имен, килер кондәрегеҙ - аяҙ, тормошоғоҙ бәрәкәтле булһын.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйең, туғандарың.
Читайте нас: