Беҙҙе матур итеп оло тормош юлына баҫтырған, һәр яҡлап өлгө булған атай-әсәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн яҡты ҡояш, оҙон юлдарҙа маяҡ, ҡараңғы төндәрҙә ай, кәңәшсе, йыуатыусы булып ҡалығыҙ. Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ,йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән балаларығыҙ Илфат, Лилиә, Ләйсән, киленегеҙ Гөлназ, кейәүегеҙ Фәйләс, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Камилла, Ильяна, Асҡар.