Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Август 2020, 10:30

Юбилейың менән, апай!

Ошо матур көндәрҙә беҙҙең яратҡан апайыбыҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зияда Баязит ҡыҙы Фархшатова күркәм юбилейын билдәләй.

Апайыбыҙ Мөкәй урта мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауам итә. Бер аҙҙан еҙнәбеҙ Фәнир менән яҙмыштарын бәйләп, матур ғаилә ҡоралар һәм татыу ғүмер кисерәләр. Ҡәҙерлебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан эшендә фиҙаҡәр хеҙмәт итте, хеҙмәттәштәренең ҙур ихтирамына ҡаҙанды. Апайыбыҙ – бик туған йәнле кеше, беҙгә һәр ваҡыт ҙур терәк, кәңәшсе һәм дуҫ.
Ул хәстәрлекле әсәй, өләсәй һәм яғымлы ҡәйнә лә. Улы Рөстәм, килене Зөлфирә һәм ейәне Рәвил менән донъя көтәләр. Гүзәллекте яратҡан кеше әйләнә тирәһендәге мөхитте лә күркәм, матур итә. Был һүҙҙәр нәҡ апайыбыҙ тураһында. Һәр нимәгә өлгөр яҡыныбыҙ менән беҙ бик ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә теләктәрҙең иң матурҙарын, ихластарын еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарында ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эшеңдең бәрәкәттәрен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте, донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисер, атыр таңдарың өмөт менән тулы булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!
Иң изге теләктәр менән балаларың, туғандарың исеменән туғаның Рәмзиә.
Читайте нас: