Һәр көнөң ҡояшлы, мөхәббәтле, яҡты булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булыуың өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә шулай изге күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ йөҙлө булып, имен тормошта, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең- бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған якшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән әхирәттәрең - Зилә, Гөлнур, Нурия.