Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, бәрәкәттә, именлектә йәшәүеңде теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын, беҙгә йәшәйеш сығанағы булып, бәхетле миҙгелдәр кисереп, ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын. Алдағы көндәрҙә һәр атҡан таңға һөйөнөп, барыһына шөкөр итеп, именлектә, шатлыҡта, балаларыңдың һәм туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп ғүмер кисер.
Ер йөҙөнөң барлыҡ матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Рәхмәтлебеҙ, апай, һинең алда,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Именлек, бәхет, уңыш менән
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм туғандарың.