Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, яҡындарыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.؛
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙың Әлфиә, кейәүең Филүс, ейәнең Марсель, ейәнсәрең Зарина һәм барлыҡ туғандарың.