Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Июль 2020, 15:39

Мөхә­мәтҡолов Миң­лерадик Закир улына

2051Абдулла ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, ата­йы­быҙ, олатайыбыҙ Мөхә­мәтҡолов Миң­лерадик Закир улын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ.

Атайыбыҙ дәһшәтле һуғыш баш­ланып ҡыҙыу арыш урағы өҫтөндә донъяға ауаз һалған. Атайыбыҙ, көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, бал ҡортондай эшһөйәр, изгелексән, йомарт, туған йәнле, тик тормаҫ оптимист кеше.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә бөтә изгелектәрең өсөн оло рәхмәт. Беҙҙе, әсәйебеҙ Мөнирә Ғиләжетдин ҡыҙы менән һәр саҡ ҡурсалап, яҡлап, ел-ямғыр тейҙермәй тормош юлыбыҙға оҙатып бараһығыҙ. Беҙгә һәр саҡ аҡыллы кәңәштәр биреп, эшкә өйрәтеп, айыҡ аҡыл менән йәшәргә өйрәттегеҙ.
Атай, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, әсәйебеҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙгә өлгө булып, шатланып ҡына йәшәргә яҙһын. Тыуған йортобоҙ тәҙрәһендә уттар балҡып торһон, ҡайтыр һуҡмаҡҡа саң төшмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: