Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Июль 2020, 15:38

Ғирфанова Нурия Кәшбулла ҡыҙына

2057 Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Ғирфанова Нурия Кәшбулла ҡыҙын 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Апайыбыҙ изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ. Ҡәҙерлебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Хоҙай һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын.
Киләсәктә лә изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер -хөрмәтенә төрөнөп, изгелеген күреп, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың ҡотло булһын, апай,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Бәрәкәтле үтһен ғүмерең.
Рәхмәтлебеҙ, апай, һинең алда,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Иң изге теләктәр менән һеңлең Зифа, кейәүең Сулпан һәм беҙҙең балалар.
Читайте нас: