Тыуған көнөң менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәремде еткерәм. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә, аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йәй һымаҡ.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен ине көләс нур булып.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып.
Иң изге теләктәр менән улдарың Фәрит, Фирғәт, ҡыҙҙарың Земфира, Зилә, Гөлирә, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.