Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Июль 2020, 16:25

Матур ғаилә - ил ҡото

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғро­лоҡ көнөнә тап килгән эҫе июль иртәһе загс бүлеге хеҙмәт­кәр­ҙәре өсөн никах теркәү менән башланды. Әһәмиәтле дата көнөндә никахтарын теркәүсе парҙар – Прибельский ауылынан Владимир һәм Алла Ширяев­тар. Владимир Александрович Пенза өлкәһендә хеҙмәт итә, әлеге ваҡытта отпускыла.

Был көндө улар өсөн тик йылы һүҙҙәр һәм иң изге те­ләктәр генә яңғыраны. Муни­ципаль район хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева йәштәрҙе никахтары менән ҡотлап, йортоғоҙҙа мө­хәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен, бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы таш­лап кит­мәһен, тине. Танта­налы рә­үештә яңы тыуған Ширяевтар үҙҙәренең тәүге ғаилә доку­ментын алды. Ә ромашка гөлләмәһе йәшлек һәм мөхәббәт символы була­раҡ бүләк ителде.
Был көндөң тағы ла иң са­ғыу ваҡиғаларының береһе – районда йыл башынан икен­се игеҙәктәрҙең тыуыуын теркәү. Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Зем­фира һәм Дамир Әйү­пов­тар­ҙың ғаиләһендә Назар исем­­ле малай һәм Әминә исем­­ле ҡыҙ донъяға килгән. Ата-әсә инде Таһир исемле ул тәрбиәләй, ә инде игеҙәктәр барлыҡҡа килгәс, Әйүповтар күп балалы ғаилә статусын алды.
Был уңайҙан ЗАГС бүлеге мөдире Райхана Бәширова сабыйҙарға һәм ата-әсәләренә изге теләктәрен еткерҙе һәм иң төп, иң мөһим документты – тыуыу тураһында таныҡлыҡ­тар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Ғаилә – ул изгелек һәм мәр­хәмәтлек, бер-береңде аң­лау, балалар һәм киләсәктең ышаныслы нигеҙе. Һәр бере­геҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, һәр эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын.
Наил Фәтихов.
Читайте нас: