Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын, беҙгә йәшәйеш сығанағы булып, бәхетле миҙгелдәр кисереп, ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын. Алдағы көндәрҙә лә парлы булып, һәр атҡан таңға һөйөнөп, барыһына ла шөкөр итеп, уй-теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырып, именлектә Хоҙай биргән ғүмерҙе лайыҡлы үтергә насип булһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәүфил, ҡыҙың Ләйсән.