Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июль 2020, 19:45

Йәшәһен мөхәббәт һәм тоғролоҡ!

Район үҙәгендә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара үтте

Район үҙәгенең Ленин исемендәге майҙанды аллы-гөллө күргәҙмәләр биҙәй. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Прибельский ауылындағы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге һәм төрлө ауылдарҙа йәшәүсе ижадҡа ғашиҡ булыусы, татыу ғаиәләләр әҙерләгән ҡул эштәренә һоҡланмаҫлыҡ түгел! Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров йыйылыусыларҙы матур байрам менән ҡотлап, ғаиләнең иң мөһим ҡиммәтебеҙ булыуын билдәләне.
- Ныҡлы, татыу ғаилә һәр кемгә йәшәү көсө бирә. Быуындан-быуынға рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, милли йолаларҙы тапшырған ғаиләләребеҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Айырыуса күп бала үҫтереүсе, тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләргә рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм, ә йәш ғаиләләргә ишле, татыу булыуҙарын теләйем, - тип изге теләктәрен еткерҙе Әлфир Фәрхәт улы.
Ғаиләләрҙең татыу, йылы усаҡ булыуында әсәйҙәрҙең роле ҙур булыуын һәр кем яҡшы аңлай. Ә инде биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр –ысынлап та ҡаһарманлыҡ өлгөһө. “Әсәлек даны” миҙалы ошондай дан әсәйҙәргә рәхмәт билдәһе булып тора. Был көндө был юғары наградға эйә булыуы әсәләр сәхнә түренә күтәрелде. Улар – Ефремкин ауылынан Лариса Кудряшева, Сихонкиндан Наталья Макарова һәм Һәүәләйҙән Таңсулпан Ғөбәйҙуллина. Был ғаиләләрҙең балаларҙы тәрбиәләүгә ҡарата яуаплы ҡарашы, сәләмәт йәшәү рәүеше ғаилә институтын нығытыуҙа өлгө булып тора.
Күркәм ғаиләләрҙең республика кимәлендә юғары баһаланыуы ҡыуаныслы хәл. Шулай, Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Зилә Зиннәт ҡыҙы һәм Рауил Әхтәм улы Хәсәновтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡөсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ә Боҙаяҙ ауылында йәшәүсе Байбулатовтар ғаиләһенә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Гөлнара Рәшит ҡыҙы һәм Зинфир Зинур улы 4 баланы тәрбиәгә алып, уларға бәхетле бала саҡ бүләк икән ихтирамға лайыҡ кешеләр.
Ябай булмаған эпидемиологик осорҙа “Таң” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе социаль хеҙмәткәрҙәр иңдәренә ҙур яуаплылыҡ ятты. Әлфир Фәрхәт улы үҙәктең директоры Әлмира Хәкимоваға, социаль хеҙмәткәрҙәр Динира Кәримова һәм Наталья Козловаларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай уҡ сара сиктәрендә “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында төрлө номинацияларға лайыҡ булыусы ғаиләләр - Алексей һәм Айгөл Григорьевтар (Ҡабаҡ ауылы, “Ауыл ғаиләһе”), Фидан һәм Таңһылыу Ибәтуллиндар (Прибельский, “Ғаилә - йолаларҙы һаҡлаусы усаҡ”), Юлиана һәм Павел Смирновтар, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү бүлеге ойошторған “Атай, әсәй һәм мин – бәхетле ғаилә” фотобәйгеһе еңеүселәре бүләкләнде.
Ә инде мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр сәнғәт вәкилдәре әҙерләген сағыу бейеүҙәр, моңло йырҙар сараны тағы ла йәмлерәк итте.
Эльнара Шаймарҙанова.
Роза Тажетдинова фотолары.
Читайте нас: