Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Июнь 2020, 10:05

Олатайымдың батырлығы – беҙҙең йөрәктәрҙә

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөОлатайым Ғатаулла Вәлиулла улы Әминев 1911 йылда Ҡарлыман ауылында тыуған.

1941 йылдың 6 июнендә яҡыныбыҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Алкиндағы 45 көнлөк йыйынға саҡырыла, әммә тиҙ генә ауылына әйләнеп ҡайтырға яҙмай, сөнки 22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Олатайым 1941 йылдың 25 июнендә көнсығыш фронтының 4596-сы хәрби часы составында һуғышҡа инә. Ул айырым элемтә батальонының теле­фо­нисы була. Өҙлөкһөҙ яуҙарҙа ғәс­кәр­ҙәрҙе элемтә менән тәьмин иткәндә, 1941 йылдың 17 июлендә электр сымын ялғаған ваҡытта һул аяғына снаряд ярсығы эләгеп, ҡаты яралана. Ярҙам килеп еткәнсе, яра­һында гангрена башлана һәм аяғының бер өлөшөн хирургия юлы менән киҫеп алалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаланған ваҡытта дошмандар госпиталде ҡамауға ала һәм олатайым немецтар ҡулына элә­гә. Яҡыныбыҙ дошман ҡамауынан 1943 йылда ғына азат ителә. ­Ҡы­ҙылармеец Ғатаулла Әминев “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар һәм тере дошманды алғаны өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Бына шундай михнәттәр күреп, 1943 йылдың апрелендә генә тыуған ауылына ҡайтыу бәхете тейә ола­тайыбыҙға. Ғәрип көйө колхоздағы баҫыусылыҡта бригадир булып эшләй. Һуңынан колхоз рәйесе урынбаҫары була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен яратып, бар тырышлығын һәм күңелен һалып башҡара.
Ғатаулла Әминев ҙур һәм татыу ғаилә ҡора, бик хәстәрлекле, йор һүҙле, һөйөклө атай була, ғәзиздәренә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Ул 1981 йылдың 12 февралендә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Ветерандарҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара, ләкин уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында эшләгән батырлыҡтарын киләсәк быуындар онотмаясаҡ.
Рәйлә Командова.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: