Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Июнь 2020, 10:15

Ил яҙмышы - ир яҙмышы

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөҠайһы ғына заманды алма, халҡыбыҙҙың ауырлыҡтарһыҙ йәшәгәне булдымы икән илебеҙ тарихында?!

Ата-бабаларыбыҙ революция осоронда ҡан ҡойоп, граждандар һуғышында иһә туған-туғанға, балаһы-атаһына, ил халҡы бер-береһенә ҡаршы көрәшкән.
Күпме кешенең ғүмерен алып киткән аслыҡ йылдары ла урап үтмәй ил халҡын. Унан һуң колхозлашыу, репрессия йылдарын да кисерергә тура килә. Бер аҙ аяҡҡа баҫып, иркенләп тын алырға ла өлгөрмәйҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, күпме ирҙәрҙең ғүмерҙәре өҙөлә. Олатайым Әһҙәм улы Фәсхетдин Садиҡов та был һуғышта ҡатнаша. Ул тәүҙә 112-се (һуңынан 16-сы гвардия Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Ҡурҡыу белмәҫ олатайым алғы сафта бара һәм бер саҡ патрондары бөткәнсе дошманды ҡыра. Башҡа сара ҡалмағас, ул ҡул һуғышына күсә. Тик көстәр тигеҙ булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым фашистар ҡулына эләгеп, пленға алына. Алыштың хәл иткес мәлендә фашистар артҡа сигенергә мәжбүр була, сөнки беҙҙекеләр яғынан өҫтәмә көстәр килеп етә. Шулай олатайым фашистар тоҙағынан ҡотолоп ҡала... Бындай ваҡиғанан һуң уның дошмандарға ҡаршы нәфрәте көсәйгәндән-көсәйә, еңеү хаҡына артабан да тағы ла ҡыйыуыраҡ көрәшә.
Ниһайәт, нисәмә йылдар буйы ашҡынып көткән Еңеү бәхетен дә күрергә насип була уға. Үкенескә ҡаршы, ул фронтта бер ҡулын юғалта, әммә тыуған яҡтарына ашҡынып, иҫән әйләнеп ҡайта.
Эйе, был Еңеү көнө илебеҙ халыҡтарына еңел бирелмәне. Бик күптәр сит тарафтарҙа ятып ҡалды. Кемдер һыңар ҡулын, кемдер һыңар аяғын, кемдер һыңар күҙен юғалтып, тыуған төйәктәренә ҡайтып етте. Илебеҙ уларҙың батырлығын онотманы, бик күптәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Олатайым да ҡаһарманлығы өсөн бик күп орден һәм миҙалдар менән наградланған.
Ул ҡулһыҙ булһа ла, бик тырыш, бөтмөр кеше була. Йорт һалып инә, алты балаһына яҡшы тәрбиә биреп, матур итеп донъя көтә. Өләсәйем менән икәүләшеп балаларын ҙур тормош юлына сығара. Ауыр яралар үҙенекен итә: олатайыбыҙ 1998 йылдың 5 июнендә яҡты донъя менән хушлаша. Әммә тормош дауам итә. Беҙ ҡаһарман олатайымды һәр саҡ иҫләп, ҡәберенә барабыҙ, сәскәләр ултыртабыҙ.
Олатайымдың батырлығы – минең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ. Сөнки ул беҙҙең бәхетле, яҡты киләсәк өсөн батырҙарса көрәшкән. Халҡыбыҙҙың “Ил яҙмышы – ир яҙмышы” тип әйткән тапҡыр һүҙҙәренә олатайым һис кенә лә тап төшөрмәгән.
Рим Менгәрәев,
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: