Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Июнь 2020, 09:55

“Изге һөнәр һайлауыма яҙмышыма рәхмәтлемен”

21 июнь - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөЙәмле йәйҙең тәүге айында медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан яҙмам матур тормош һәм хеҙмәт юлын үтеүсе табип-терапевт, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гүзәл Камалова тураһында.

Гүзәл Йәғәфәр ҡыҙы медицина өлкә­һендә 38-се йыл хеҙмәт итә, уның 26-һы – баш табип урынбаҫары вазифаһында.
Ул Сахай ауылында күп балалы эшһөйәр ғаиләлә донъяға килә. Табип буласағын ул бәләкәйҙән белә. Шулай ҙа урындағы мәк­тәп­те тамамлағас, хеҙмәт юлын мәктәптә баш­­лай. Тик хыялындағы һөнәр күңеленә тынғылыҡ бирмәй. Шуға ла бер йыл эшләгәс, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡыр­­­ға инә. Дауалау эше белгеслегенән һуң терапия буйынса интернатура үтә. Уны Өфө­нөң 5-се дауаханаһында башлап, Ҡыр­мыҫ­ҡалы үҙәк дауаханаһында тамамлай. Шунан терапия бүлексәһендә терапевт булып эшләй башлай.
Докторҙың һәр көнө ауырыуҙарҙың хәлен һорашыуҙан башлана. Улар менән һөйләшә, ентекләп дауалау барышы, күрһәтмәләрҙең үтәлеше тураһында ҡыҙыҡһына. Һөҙөмтәлә нимәнелер үҙгәртә, өҫтәй. Пациент­тарын­дағы ыңғай үҙгәрештәргә ихлас һөйөнә. Ар­табан ныҡышмал, тырыш, эшен еренә ет­ке­реп башҡарған терапевт үҫмерҙәр табибы итеп күсерелә. Бында егеттәрҙе армияға әҙерләү, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу буйынса эш алып бара. Эшен бөтә күңелен би­реп баш­ҡарыуы, тырышлығы һәм ойошт­ороу һәләте булыуы арҡаһында урынбаҫар вазифаһына күтәрелә. Хәҙер бына сирек быуаттан ашыу йыл инде ул - баш табиптың уң ҡулы, ярҙам­сыһы, кәңәшсеһе... Эшенең бик мәшәҡәтле икәнен, был вазифала тырыш кеше генә эш­ләй алыуын аңланыҡ. Беҙҙең менән һөй­ләш­кән арала ғына ла күпме хеҙмәттәштәре төрлө һорауҙар менән инеп сыҡты, эш буйынса шылтыраттылар. Барыһ­ына ла өлгөр генә!
- Һайлаған һөнәремде ғүмер буйына яратып, бар күңелемде биреп башҡарам. Был изге һәм яуаплы һө­нәрҙәрҙе һайлауыма бер ҙә үкен­мәнем.Пациенттарҙың терелеүен, шатлыҡлы йылмайыуын күреү - ҙур бәхет! Бер-беребеҙҙе бер һүҙҙән аң­лаған хеҙмәттәштәремдән дә уңдым. Хеҙмә­темде башлағанда дөрөҫ йүнә­леш биргән, яҡшы кәңәштәр менән ярҙам иткән, эшкә өйрәткән остаз­да­рым булыуына яҙмышыма рәхмәт­лемен. Эш башлағанда баш табип Ғәфүр Ишмөхәмәтов, ул саҡтағы дауалау эше буйынса урынбаҫар Фидая Сәрүә­рет­динова эш алымдарын аңлатты, изге­лексән, иғ­ти­барлы, кешелекле булыр­ға, теүәл­леккә өйрәтте. Артабан байтаҡ йылдар тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән баш табип Мөҡәддәр Бикмә­товтың ҡул аҫтында хеҙмәт итергә тура килде. Улар минең өсөн тырышлыҡ, шәф­ҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, ғәҙел­лек, намыҫ өлгөһө булдылар. Әлеге ваҡытта ме­дицина фәндәре докторы, Башҡор­тостан Республикаһының ат­ҡаҙанған табибы Салауат Камалет­динов етәксе­легендәге тырыш, берҙәм коллективта эшләүемә бик шатмын, - тине ул.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: