Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын теләйбеҙ. Киләсәктә лә шулай изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе, беҙгә терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттә, имен тормошта, яҡындарыңды изгелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт шулай ихлас, матур һәм изге күңелле булып ҡал.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең- бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән улың Марсель, киленең Рита, ейәнсәрҙәрең Илүзә, Илфиза, ейәнең Илназ.