Уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле, тырыш яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, беҙгә терәк булып, әсәйебеҙ менән балаларығыҙҙың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан, дуҫ-туғанға әлегеләй яҡты йөҙлө, иғтибарлы булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Һин булғанға беҙ тыныс, донъяларыбыҙ бөтөн.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Гөлнур, ҡыҙың Алина, кейәүең Ирек, ейәнсәрең Самира.