Әсәйебеҙгә сәләмәтлектең ныҡлыһын, бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, оҙаҡ йылдар имен-һау йәшәргә яҙһын. Ҡәҙерле әсәйебеҙ, сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә, hәр яңы көн бәхет алып килhен. Ғүмереңдең һәр көнөн сәләмәтлектә, йән тыныслығында, яҡындарыңдың ихтирамын, күңел йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын. Беҙ hине бик ныҡ яратабыҙ, hинең менән ғорурланабыҙ!
“Әсәй” тиеп әйтер кешең булыу
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Шатлыҡтарың булһа уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа - юғала.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.