192 уҡыусының 59-ы мәктәпте тик "5" билдәләренә генә тамамланы. Тимәк, уларға уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар иҫәпләнәсәк. Гимназия, 2-се Ҡырмыҫҡалы, Прибельский, Олокүл, Ҡабаҡ мәктәптәре отличниктар тәрбиәләү буйынса һәр саҡтағыса алдынғы булды.
9-класс уҡыусылары алдында ауыр һайлау тора, 11 класты тамамларғамы йәиһә тулы булмаған аттестат алып, урта махсус уҡыу йортона инергәме? Нисек кенә булмаһын быйыл эпидемиологик хәл булыу сәбәпле, уҡыу йорттары ҡабул итеү кампанияһын оҙайтты.