Ҡәҙерлебеҙ, һине 18 йәшең менән ҡотлайбыҙ. Ҡыҙарып байыған ҡояштың балҡыуы, йондоҙҙарҙың сихри емелдәүе матур, әммә кеше ғүмеренең йәшлек тажына ни етә! Мөхәббәтең һыу өҫтөндәге аҡ томбойоҡтай сәскә атһын, бәхетеңдең яҡты биҙәктәре күңелеңдә ынйы-мәрйен булып ятһын, һөйөргә-һөйөлөргә Хоҙай насип итһен, хыялдарың тормошҡа ашһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Тәскирә, ағайың Илфат, өләсәйеңдәр, олатайың, апайыңдар, еҙнәләрең, туғандарың.