Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июнь 2020, 17:25

Башҡорт телем – туған телем

Быйыл Башҡортостанда Башҡорт Теле йылы тип иғлан ителде.

Ошо айҡанлы беҙҙең “Әкиәт” балалар баҡсаһында төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторола. Һәр төркөмдә башҡорт теленә арналған дәрестәр үткәрелеп килә. Мәҫәлән, беҙ кесе төркөмдә башҡорт телендә йырҙар өйрәнәбеҙ, халҡыбыҙ әкиәттәрен уҡыйбыҙ, башҡорт халыҡ уйындары менән танышабыҙ. Районыбыҙҙың ер-һыу атамаларын туған телебеҙҙә әйтергә өйрәнәбеҙ.
Әле лә дежур төркөм эшләп килә. Эшебеҙҙе шулай уҡ дауам итеп, телгә һөйөү тәрбиәләү өсөн дәрестәр уҙғарабыҙ. Сабыйҙарҙың күбеһе рус телендә һөйләшһәләр ҙә, был сараларҙа ихлас ҡатнашалар.
Гөлгөнә Дәүләтбаева,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: