Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июнь 2020, 17:19

Ғаф­фарова Гөлназ Тәхәү ҡыҙына

0868 Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙым, һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ғаф­фарова Гөлназ Тәхәү ҡыҙын алтын юбилейы - 50 йәше менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ. Гел йылмайып йәшә, hәр яңы көн бәхет алып килhен. Әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине. Һинең аҡыллы кәңәштәрең беҙгә ҡәҙерле, ҡиммәт. Гел шулай һүҙең үрҙә, үҙең түрҙә булып, бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йылмайып йәшә.
Алдағы ғүмереңде бәхеттә, рәхәттә, ҡәҙер-хөрмәттә үткәрергә яҙhын. Беҙ hине бик ныҡ яратабыҙ, hинең менән ғорурланабыҙ!
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, тормош иптәшең, балаларың һәм барлыҡ туғандарың.
Читайте нас: