Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июнь 2020, 16:26

Йыһаншина Гөлнара Миңнулла ҡыҙына

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Йыһаншина Гөлнара Миңнулла ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Хоҙай һине һаулыҡтан, күңел тыныс­лығынан, донъя ҡыуаныстарынан, иман ныҡлығынан айырмаһын. Киләсәктә лә гел изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе булып, балаларыңдың, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, изгелектәрен, оҫта ҡулдарыңдың иге­лектәрен күреп, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисерегә яҙһын. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын!
Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,
Тыныс булһын кисең, көндәрең.
Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә
Бағышлаһын ине көйҙәрен.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың, туғандарың.
Читайте нас: