Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июнь 2020, 16:20

Хәмитова Розалия Ғәлимйән ҡыҙына

0811 Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Хәмитова Розалия Ғәлимйән ҡыҙын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерле, ғәзиз әсәйебеҙ, һин беҙҙең өсөн яҡты ҡояш кеүек, бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй, һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, күтәренке күңелле, алсаҡ булып ҡалаһың һәм беҙгә хәстәрлегеңде, йөрәк йылыңды таратыуыңды дауам итәһең. Тупһаңа аяҡ баҫҡан һәр кешене яҡты йөҙ, тәмле һүҙ менән ҡаршы алаһың. Балаларыңа, туғандарыңа, күрше-күләнеңә лә иғтибарлы, ярҙамсыл, ғәҙелһең.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә, hәр яңы көн бәхет алып килhен. Беҙ hине бик ныҡ яратабыҙ, hинең менән ғорурланабыҙ!
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән балаларың.
Читайте нас: