Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июнь 2020, 16:22

Гөл­си­нә Әйүп ҡыҙы һәм Дамир Миниәхмәт улы Хә­митовтарға

0819 Мөкәй ауы­лында йәшәүсе һө­йөклө әсәйебеҙ, өлә­сәйебеҙ Гөл­си­нә Әйүп ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Дамир Миниәхмәт улы Хә­митовтарҙы бергә ҡулға-ҡул тото­но­шоп йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Киләсәктә лә тормошоғоҙ – нурлы, һаулығығыҙ – ныҡ, ғүмер юлығыҙ оҙон һәм тигеҙ булһын! Бөгөнгө көндә лә һеҙ тыуған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ. Ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, күпереп торған икмәк, татлы ризыҡтар, тәмле аш-һыу менән һыйлап ҡыуандыраһығыҙ!
Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Бүләгебеҙ – изге теләктәр,
Риза булып ҡабул итегеҙ.
Сәләмәтлек менән именлектә
Тигеҙ оҙон ғүмер итегеҙ.
Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ
Тормош юлдарыбыҙ күгендә.
Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып,
Тораһығыҙ күңел түрендә.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Фәнит, Әмир, ҡыҙҙарығыҙ Рәүфә, Дилмира, килендәрегеҙ Рәмилә, Зифа, кейәүегеҙ Азамат, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.
Читайте нас: