Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июнь 2020, 13:50

8 июнь -Халыҡ-ара Хужабикәләр көнө

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар профессиональ байрамығыҙ менән. Хужабикә — үҙен өйөнә, балаларына, иренә бағышлаған ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың һәр береһе был изге ғәмәлде төрлөсә аңлата. Берәүҙәр эш юҡлыҡҡа зарлана, икенселәр, киреһенсә, аңлы рәүештә ошоно һайлауын раҫлай.

Ә бит, уйлап ҡараһаң, күп хужабикәләр эшләп йөрөгән ирҙәренә ҡарағанда ғаиләһенә күберәк килем килтерә. Тик уларҙың хеҙмәте ҡулаҡса менән баһаланмай ғына. Белгестәр фаразлауынса хужабикәнең эшләгән эше, хеҙмәте айына 11 мең долларға тиң, был яҡынса 700 мең һум. Иҫ китерлек!
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тигән әйтем бар. Етмәһә, бик күренеп тә бармай. Ваҡ эштәр бигерәк тә арытҡанын тик ҡатын-ҡыҙ ғына аңлай. Беҙҙең, ирҙәрҙең, күбеһе, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттар эше тип бүлергә өйрәнгән. Әҙ булһа ла, ярҙамлашһалар, икенсе яртылары ла бер аҙ ял итеп, үҙен ҡарарға өлгөрөр ине. Балаларға ла күберәк ваҡыты ҡалыр ине. Әйҙәгеҙ, хужабикәләрҙе байрамдары менән ҡотлайыҡ, ул хужабикә генә тип ҡарамайыҡ.
Читайте нас: