Даирә
-4 °С
Ясно
Ауылым, ауылҡайым
22 Октября , 10:23

Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!

Иҫке Муса ауылының китапханаһында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә “Алкоголизмдың проблемаһы. Хәл итеү юлдары һәм берлектәге үҙ-ара эш итеү ысулдары” тигән тема буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!
Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!

Бында райондың төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәре, дин әһелдәре Өфөнән ҡунаҡтар – республика наркология диспансерының медицина психологы Анжелика Ишмеева һәм профилактика кабинеты белгесе Карина Фәйзуллина һәм шулай уҡ Аноним алкоголиктар берләшмәһе ағзалары ҡатнашты.

Был фәһемле осрашыуҙың төп маҡсаты булып сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, алкоголь эсемлектәр менән мауығыуҙы профилактикалау, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр һәм етем балалар һанын кәметеү өлкәһендә яңы ҡараш булдырыу һәм был өлкәлә ҡарарҙар ҡабул итеү торҙо.

Һәр сығыш яһаусы “йәшел йылан” менән дуҫ булыуҙың нимәгә килтереүе, уның ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны һәм быға бәйле фажиғәләр хаҡында бәйән итте.

Эйе, “йәшел йылан” менән дуҫ булыуҙың эҙемтәләре байтаҡ. Уның арҡаһында күпме ғаиләләр тарҡала, балалар ата-әсә наҙын, хәстәрен тоймай үҫә. Сарала бына ошоларҙың барыһы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеп, артабан үҙе лә ошо уҡ юлды дауам итеүселәр ҙә үҙҙәренең нисек итеп дөрөҫ юлға баҫыуҙары тураһындағы тәжрибәһе менән бүлеште түңәрәк өҫтәл артында.

Дин әһелдәре үҙҙәренең сығышында мәктәптәрҙә күберәк ир уҡытыусылар тәрбиәһе кәрәклеген, ә өйҙә атай тәрбиәһе мөһим булыуын билдәләне. Әңгәмә барышында шулай уҡ күп атайҙарҙың ғаиләнән ситтә булыуы һәм балалар тәрбиәләүҙә ҡатнашмауы, яуапһыҙлығы проблемаһы өҫкә ҡалҡып сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа был турала үҙ фекерен белдерҙе.

Мәшғүллек үҙәге белгестәре иһә халыҡ мәҡәлдәренә таянып, барлыҡ насар ғәҙәттәрҙе лә хеҙмәт терапияһы менән дауаларға кәңәш иттеләр.

- Эшләйем тигән кешегә һәр саҡ эш табыла ул. Әгәр ҙә бәләкәй ауылдарҙа эш юҡ икән, килегеҙ беҙгә, беҙ һеҙгә үҙ эшегеҙҙе асырға ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ, - тип был темаға бәйле һүҙен йомғаҡланы Маргарита Кәримова.        

Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы булмай. Ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы ҡорбандары һаны арта. Район буйынса 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар быға дусар була. Районда ете ғаилә социаль яҡтан хәүефлеләр иҫәбендә тора. Быйыл ике ҡатын дүрт балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Бына ошолай яңғыраны түңәрәк өҫтәлдең төп һығымталары һәм факттары.

Сара һуңында эскелек менән мауығыусыларҙы сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа илһамландырырға, дәртләндерергә кәрәклеге хаҡында резолюция ҡабул ителде.  

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Донъяларыбыҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен, күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.  

Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!
Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!
Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа сәләмәт булһын!
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас