Даирә
+30 °С
Болотло

Оло юл кешеһе

Һәр ауылдың исемдәре дәреслектәргә яҙылмаған, портреттары Маҡтау таҡталарына эленмәгән, әммә ғүмерҙәре тотош быуын өсөн терәк булып торған үҙ геройҙары бар. Беҙҙең ауыл өсөн ул Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев - минең ауылдашым, Рәсәй, Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Табын ырыуының ҡор башы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.

Оло юл кешеһеОло юл кешеһе
Оло юл кешеһе

Ул белемгә ихтирам көслө булған ғаиләлә тыуа. Уҡытыусы ата-әсәһе уға белем генә түгел, ә донъяны тәрәндән аңлау һәләте

лә бирә. Атаһы, химия һәм биология фәндәренән уҡытыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры йөгөн тартҡан Фәрит Ибраһим улы ауылда бөтәһе өсөн дә бик абруйлы, талапсан, әммә ғәҙел кеше булды. Унан төрлө кәңәш һорап килеүселәр өҙөлмәне: мал ауырыуынан картуф сәсеүгә тиклем тәфсирләп аңлатып бирә ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ уҙаман район гәзитенә тарихи мәҡәләләр яҙҙы, әйтерһең дә, үткәндәрҙе терелтергә теләне.

Әсәһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Финә Нурислам ҡыҙы, тылсымсы кеүек, класын матурлыҡ донъяһына, ябай көндө байрамға әйләндерә ине. Ул уҡытҡан класс балалары йырлай ҙа, бейей ҙә, мандолинала, гармунда ла уйнай, әммә шул уҡ ваҡытта “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый ҙа торғайны. Ҡотлобаевтар өс бала үҫтереп, һәр береһенә юғары белем бирә – был диплом ғына түгел, ә ҙур юлға асҡыс та була.

Бала сағы ағастар һәм китап биттәре шаулауы аҫтында

Фәрғәт Фәрит улының бала сағы туҙанлы ауыл урамдары буйлап ялан аяҡ йүгереү, йылға-күл буйҙарында дуҫтары менән балыҡ ҡармаҡлау, ҡулдан эшләнгән ағас саналарҙа шыуыу менән бер рәттән, китаптарға, тәбиғәткә, һөйөүгә бай була.

- Бала сағым иптәштәрем Әхәт Ибраһимов, Радил Хөсәйенов, Таһир Өмөтбаев, Рәфил һәм Йәүҙәт Ҡолғониндар, Рәсил һәм Фирүз Шәмсетдиновтар менән Ҡарлыман йылғаһында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап үтте. Бик шаян, шуҡ инем. Тыңла-

маһам, әрләй торғайнылар. Атай-әсәйем мәктәптән ҡайтып инмәгәнгә күрә, күберәк атайымдың әсәһе Мөслимә нәнәйемдең тәрбиәһендә үҫтек. Нәнәйем беҙҙе иркәләп тә, кәрәк саҡта әрләп тә ебәрә ине. Ураҙа айында уның күрше-тирә әбейҙәр менән ауыҙ асабыҙ, тип һөйләгәндәрен дә хәтерләйем. Нисек ауыҙ асалар икән, тип аптырай торғайныҡ, - тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә Фәрғәт Фәрит улы.

1965 йылда ул беренсе класҡа уҡырға бара. Тәүге уҡытыусылары Мәрхәбә Сәликәева уның кеүек егерме тиктормаҫ малай-ҡыҙҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, белем донъяһына әйҙәй. Ул саҡта мәктәп директоры Наил Сәликәев була.

“Бала саҡтан ғәҙеллек яраттым. Ауылдың иң осонда йәшәгән класташтарым Мәүсилә менән Мәҙинә ҡыш көндәрендә мәктәпкә һуңға ҡалып килгәс, уҡытыусы уларҙы әрләй. Апа, улар мәктәптән алыҫ йәшәйҙәр бит, шуға һуңлайҙар”, тип мин ҡыҙҙарҙы яҡлашам. Өйгә ҡайтҡас, атайым мине шелтәләй. Икенсе класта әсәйем уҡыт ты, атайым директор ине. Мин уҡыу яғынан да, тәртип яғынан да башҡаларға өлгө булырға тейеш булдым.

Бала саҡтан китапты күп уҡыным, китап “ене” ҡағылған бала, тиһәң дә була. Бесәнлектә фонарь яҡтыһында күп уҡыным, ят, йоҡла, тип әрләй торғайнылар. Ауылдашым Әниф Бикҡол ялға ҡайтҡанында ҡустым Ринат менән мине китап тотто-

роп фотоға төшөрҙө. “Пионер” гәзитендә беҙҙең хаҡта китап уҡырға яраталар тигән мәҡәлә лә баҫылып сыҡты, хатта”, - тип дауам итә әңгәмәсем.

Фәрғәт ағай ауылда һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң ауылдаштары Вәсил Рәхмәтуллин, Сажиҙә Мәхмүтова, Рәүфә Юнысова, Зәкәриә Батыршиндар менән район үҙәгенә йәйәүләп тә, велосипедта ла йөрөп, унынсы класты тамамлай. Мәктәптә бөтә фәндәрҙе лә башҡорт телендә генә уҡығас, ҡайһы бер фәндәрҙе русса уҡыу ауырыраҡ бирелһә лә, тырышлығы, тәртипле булыуы арҡаһында уҡыусылар менән дә, уҡытыусыларменән дә тиҙ уртаҡ тел таба һәм мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлай.

Диплом ғына түгел, ә киләсәккә асҡыс та

Фәрғәт Ҡотлобаев бала саҡтан тиҫтерҙәре араһында айырылып тора. Дуҫтары менән уйнай, ата-әсәһенә бесән-утын әҙерләшә, баҡса эштәрендә ярҙамлаша, туғандарын ҡараша, ләкин бер ваҡытта ла китаптан айырылмай. Мәктәп

дәреслектәренән алып мажаралы романдарға тиклем уҡый. Һәр малай кеүек бәләкәйҙән хәрби булырға, форма кейергә, Ватанды һаҡларға хыяллана. Быға уларҙың нәҫелендә хәрби кешеләрҙең булыуы ла йоғон то яһағандыр, моғайын. Әсәһе яғынан олатаһы Нурислам Нәзиров өс һуғыш ветераны була, беренсе донъя һуғышынанҡайтҡас, ауылда Совет власын

урынлаштырыу, колхоз төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның бер туғаны Әсҡәт Нәзиров хәрби училище тамамлап, өлкән лейтенант дәрәжәһенә тиклем үрләй. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы командиры илебеҙ именлеге өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк була.

Әммә яҙмыш башҡаса хәл итә. Бер ваҡыт ҡыш көнө балалар менән тау шыуып уйнағанда, ҡар өйөмө аҫтында ҡалып, оҙаҡ ҡына ваҡыт ята һәм һул ҡолағына һыуыҡ алдыра. Шул ваҡыттан алып хроник сир башлана,

егеткә армияға юл ябыла. Әлбиттә, был көтөлмәгән һынау була. Әммә ауылдашым һынмай, икенсе юл һайлай - 1975 йылда әсәһенең тыуған ауылындағы Алайғыр мәктәбендә оҙайлы көн төркөмө тәрбиәсеһе булып

хеҙмәт юлын башлай, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Ата-әсәһе лә олатай-өләсәйеңдәрҙә йәшәрһең, уларға ярҙамсы лабулырһың тип, фатихаларын

бирә. Бала сағы үткән Нурислам олатаһы менән Хөббиямалөләсәһендә йәшәгән йылдары иң йылы хәтирәләр булып һаҡлана уның хәтерендә. Яҡындары менән баллап-ҡаймаҡлап, мәтрүшкәле хуш еҫле сәйҙәр эскәндән һуң, йорт эштәрен

ҡарап инеп, китаптар донъяһына сумырға ярата ул. Күңелле студент йылдары яңы хеҙмәт юлын башлаған ваҡыттар менән бергә шаулап-гөрләп үтеп китә.

Был йылдар уның хәтерендә иң сағыу ваҡиғалар булып тороп ҡалған.

- Тарих донъяһының мәңгелек серенә ғашиҡ иткән уҡытыусыларым – күренекле ғалимдар Марат Ҡолшәрипов,Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡ-манов, Билал Юлдашбаевтар булыуы менән әле булһа ғорур-

ланам. Алты йыл буйына белем эстәгәндән һуң КПСС тарихы һәм Фәнни коммунизм фәндәрен бишкә тапшырып, диплом эшен Марат Ҡолшәрипов етәкселегендә яҙҙым. Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ

хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидовҡа арналған ғилми эшем уңышлы баһаланды, - тип иҫкә ала студент йылдарын Фәрғәт Фәрит улы. Ул дәүерҙәьАлайғыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 200-ҙән ашыу башҡорт, рус, сыуаш балаһы белем ала, башҡорт һәм рус кластары була. Хәстәрлекле лә, талапсан да мәктәп директоры Хөрмәт Абдулов етәкселегендә бик татыу һәм тырыш коллектив туплана. Тарих дәрестәрен русса ла, башҡортса ла алып барырға тура килә Фәрғәт ағайға. Мәктәптә комсомол секретары эшен алып бара, сәхнәлә – артист, фермала, колхоз баҫыуында агитатор була. Дәрестәр биреүҙән тыш, мәктәпте йәнләндереү эшендә лә ҡатнаша. Йәш уҡытыусылар киске мәктәп ойоштороп, ауылдың тиҫтәләгән колхозсыларына урта белем бирәләр. Шул уҡ ваҡытта малай һәм ҡыҙҙар менән волейбол уйындары ойоштора, үҙе лә туп артынан йүгерергә өлгөрә.

Юлда тыуған мөхәббәт

Йәшлегенең иң матур мәлдәрендә уның тормошона ауылдашы, ошо уҡ мәктәпкә пионервожатый итеп ебәрелгән Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы Абакачева инә. Фәйрүзә апай ул ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, ҡурсаҡ театрында бер

аҙ эшләп ҡайтҡан була. Йәштәр бер мәктәптә эшләй, ә ял көндәрендә тыуған ауылдарына баҫыу-урмандар аша йәйәүләп ҡайталар. Һөйләшеп-көлөшөп барып, уларға юлды оҙонлоғо ла һиҙелмәй. Балалар, китаптар, киләсәк тураһында һөйләшәләр. Улар араһында мөхәббәт уты тоҡанып, 1978 йылда гөрләтеп туй үткәреп өйләнешәләр. Мәктәп ашханаһын өй итеп эшләтеп алып, мейес яғып, күлдән һыу ташып донъя көтә башлайҙар. Тиҙҙән улдары Илдар һәм Айҙар донъяға килә.

Әйткәндәй, килендәрен Фәрғәт ағайҙың өләсәһе менән олатаһы бик яратып ҡабул итә. Йәш ғаилә мәктәптән бушамаған ваҡыттарҙа улар ейәндәрен ҡарашырға теләп ярҙам итә. Фәйрүзә һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтар мәктәп тормошонда ғына түгел, ауыл клубы сәхнәһендә лә әүҙем ҡатнашалар. Уларҙың бергәләп “Башмағым”, “Законлы никах менән” спектаклдәрендә уйнағандарын әле булһа иҫтәренә алыусылар бар.

Идеялар һәм хәҡиҡәт хеҙмәте

Эшенә яуаплы ҡараған, өмөтлө егетте районда күреп ҡалып, 1984 йылда КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы райкомындағы агитация һәм пропаганда бүлеге инструкторы итеп эшкә саҡыралар. Коммунист булараҡ, тәҡдимде кире ҡағырға ярамай, олатаһы менән өләсәһенән фатиха алып яңы урында эш башлай. Заманында үҙе лә парторг булып эшләгән олатаһы ейәнен яҡшы аңлай. Ғаиләһен ҡыш көнө саналы тракторға тейәп атайҙарының йортона күсереп алып ҡайталар.

Фәрғәт ағай мәктәп йылдарын иҫкә алып, тағы ла Ҡарлымандан Ҡырмыҫҡалыға көн дә йөрөп эшләй башлай. Ҡырмыҫҡалыла фатир биргәс, ғаиләне йәмләп ҡыҙҙары Айһылыу донъяға килә. Йәш белгес алдында яңы офоҡтар, яңы киңлектәр асыла. Мәктәптәргә йәш уҡытыусылар әҙерләй, мәктәптәргә, һөтсөлөк, малсылыҡ фермаларына, машина-трактор парктарына тикшереүҙәр менән йөрөй. Йыйылыштар үткәрә, партия һәм идеологик консультациялар алып бара. Фәрғәт Фәрит улы күренекле, абруйлы етәкселәр, партия эшмәкәре И.Ф. Волик менән эшләү бәхете тейеүе менән әле булһа ғорурлана. Уның кешеләр менән эшләү тәжрибәһе һәм етәкселек итеү оҫталығы уға эшендә уңыштарға ирешергә ярҙам итә. Артабан пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, ә 1987 йылда бүлек мөдире була. 1989 йылда партия райкомының идеология буйынса секретары итеп һайлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1990 йылда демократик үҙгәрештәргә һылтанып, районда идеология бүлеге ябыла.

Ләкин, Фәрғәт Фәрит улына ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй. Редакцияға реклама бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша. Әммә унда ла ул үҙе булып ҡала. Гәзиттә ҙур тәнҡит мәҡәләләрен баҫтыра.

Кешеләргә ҡайтыу

1990 йылдың декабрендә уны ҡабаттан партияның район комитетының икенсе секретары итеп саҡыралар. Күпмелер ваҡыттан һуң ул Ҡырмыҫҡалы райкомының беренсе секретары итеп һайлана. Райком секретары булып эшләгәндә колхоз рәйестәре менән тығыҙ элемтә булдыра, халыҡ театрҙары, агитбригадалар эшен йәнләндерә. Йыл һайын һауынсыларҙың, механизаторҙарҙың алдынғылар слетын үткәреүҙе ойоштора.

Партияның район комитеты ябылғандан һуң 1991 йылда Фәрғәт Ҡотлобаевҡа “Хеҙмәт даны” гәзите мөхәррире вазифаһын йөкмәтәләр.

- Хеҙмәтем илебеҙҙә киҫкен боролош йылдарына тура килде. Гәзитте һаҡлап ҡалдыҡ. Яңырттыҡ, компьютер менән сығарыуға ирештек. Ул саҡта район гәзите урындағы типографияла баҫылғанға күрә, гәзиттең сифа[1]ты түбән ине. Уны Өфө полиграфия комбинатында баҫыуға өлгәштек. Ошо ауыр мәлдәрҙә янымда булған, мине аңлаған, ярҙам иткән хеҙмәттәштәрем Миҙхәт Рәжәпов, Марат Хәсәнов, Фәнил Солтанов, Эльза Саттарова, Рәмилә Сәйфулли[1]на, Әхәт Юлмөхәмәтов, Зифа Йәрмөхәмәтова һәм Гөлнара Ғәләүетдиноваларға ысын кү[1]ңелдән рәхмәтлемен. Ләкин үҙемдең совет тәрбиәһе, принциптарым, башбаштаҡлыҡты, тәртипһеҙлекте, халыҡты та[1]лауҙы өнәмәй баҫтырған мәҡә[1]ләләрем өсөн эҙәрлекләүҙәргә дусар булдым. Тик сигенмәнем!

Шул осорҙа миңә ярҙам ҡулы һуҙып, “Ватан юлы” гәзитенең мөхәррире итеп эшкә саҡырған Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Миңлерәйес Ишморатовҡа, БР-ҙың Матбуғат министры Зөфәр Тимербулатовҡа рәхмәтем сикһеҙ. Ауырғазылар мине йылы ҡабул итте, бындай изгелек мәңге хәтерҙә ҡала, – тип тулҡынланып хәтирәләргә бирелә журналистика уҙаманы.

Шулай, әкиәттәрҙәгесә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек барыбер еңә. Уға тыуған еренән алыҫта күп йөрөргә тура килмәй, 1994 йылда Ҡырмыҫҡалыға яңы етәксе, Башҡортостан Хөкүмәтендә эшләгән Дамир Асҡаров килеү менән Фәрғәт Ҡотлобаевты район хакимиәтенә кадрҙар идаралығы етәксеһе итеп эшкә саҡыра. Әлбиттә, ул тыуған районында эшләүҙән, үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙән баш тартмай.

Артабан эшен бар күңелен һалып башҡарған, һәр ваҡыт ябай, ихлас, халыҡ менән уртаҡ тел тапҡан Фәрғәт Фәрит улын район хакимиәте башлығының эштәргә идара итеүсе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Фәрғәт Ҡотлобаев был йөктө лә урын­еренә еткереп башҡарыуға өлгәшә.

Ҡоролтайға делегаттар һайлау, район гәзитен башҡорт телендә сығарыуға булышлыҡ итеү, уның тәүге мөхәррирен тәғәйенләү, Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамдарын үткәреү, ырыуҙар хәрәкәтен етәкләү, үҙенең төп вазифаһына инмәһә лә, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә алыу – барыһы ла уның эшен яратып, ихлас күңелдән башҡарыу һөҙөмтәһе.

Ябай кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен, ялыуҙарын дөрөҫ итеп ҡарап, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеүҙе ул үҙенең бурысы итеп һанай.

Фәрғәт Ҡотлобаевтың башланғысы менән республика кимәленә индерелгәнсе үк, районда Хәтер һәм иҫкә алыу көнөндә зыяраттарҙы тәртипкә килтереү эшенә нигеҙ һалына. Нәҡ уның инициативаһы буйынса 2005 йылда районда йәшәүсе һәм беҙҙең райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙгә М.Өмөтбаев исемендәге 15 меңлек аҡсалата премияны биреү тәҡдиме индерелә. Яҡташыбыҙ уны булдырыу өсөн күп көс һала. Миҙалдың эскизын, проектын эшләтә, премия тапшырыласаҡ шәхестәрҙең документтарын әҙерләп, уларҙы үҙе шәхсән тапшырып йөрөй.

2006 йылда урындағы халыҡтың тарихы, тәбиғәте һәм рухы сағылған райондың гербын һәм флагын авторҙар Гүзәл һәм Александр Уваровтар менән бергәләп эшләп, Дәүләт геральдик регистрында теркәтеүҙе юллай.

Ул шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләмәһә лә, халыҡ театрында бик матур ролдәр башҡарып йөрөгән ябай көтөүсе Ғиндулла Яхинға, Иҫке Бәпес ауыл китапханаһы мөдире, әүҙем йәмәғәтсе Миңниса Камаловаға “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән алдынғы һауынсылар, механизаторҙар, зоотехниктар һәм агрономдарға характеристикалар яҙып, “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемдәрен бирҙереүгә ирешә.

Шағир, йырсы, йолаларҙы һаҡлаусы

 Әммә Фәрғәт Фәрит улы­ның ысын асылы кабинеттарҙа түгел, ә ижадта асыла. Урмандағы шишмә кеүек уның күңел төпкөлөнән тәрән йөкмәткеле шиғырҙар урғылып сыға. Уларҙа - бала саҡ тураһында иҫтәлектәр, Ватанға һөйөү, ваҡыт тураһында уйланыуҙар. Ул ауылыбыҙҙы, уның урамда­рын, кешеләрен йәнләндереүсе очерктар яҙа. Әлеге ваҡытта ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашҡан олатаһы Нурислам Нә­зировтың хәтирәләренә, төрлө эҙләнеүҙәргә таянып, башҡорттарҙың яҙмышы, батырлығы һәм тоғролоғо тураһында тарихи роман өҫтөндә эшләй. Ро­

мандың бер киҫәге гәзитебеҙ биттәрендә донъя күрҙе лә инде. Гәзит уҡыусылар уның аҙағы баҫылғанын түҙемһеҙләнеп көтә.

Шул уҡ ваҡытта Ҡарлыман ауылының тарихы өҫтөндә лә эшләй. Кешегә һәләт тыумыштан бирелә, тиҙәр. Фәрғәт Ҡотлобаев та бар яҡлап та бик һәләтле шәхес. Ҙур сәхнәләрҙә, дан өсөн йырламаһа ла, уның йомшаҡ, бәрхәт тауышы менән йырлауы күптәрҙе әсир итә. Шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған. “Икмәкле ер. Йырлы ер”, “Асам йөрәк түрҙәрен” исемле шиғырҙар һәм мәҡәләләр йыйынтыҡтарында Тыуған ил, тыуған ауыл, әсә һәм ғаилә мөнәсәбәттәренә мәҙхиә йырлана.

Ҡатыны менән хәтәр тап килгәндәр, тиҙәр ундайҙар тураһында. Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы ла бик талантлы шәхес. Ғүмер буйына балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдашыбыҙ, шағир­фронтовик Шәриф Бикҡол музейының директор вазифаһын башҡара, райондың “Сатҡылар” халыҡ театрында спектаклдәрҙә уйнап йөрөй. Ул сәхнәгә сыҡҡас, бөтөнләй башҡа кешегә әйләнә. Фәйрүзә апайҙың ихлас, ысын, күңел йылылығы менән уйнаған ролдәре тамашасыларҙы илата ла, көлдөрә лә. Ә Фәрғәт ағай һәр ваҡыт беренсе рәттә ултыра һәм уның уйнауына ихлас һоҡлана.

Фәрғәт Фәрит улы табын ырыуҙарының ҡор башы булараҡ, тел һәм йолаларыбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын һаҡлауҙың өлгөһө булып тора. Йыл һайын уның етәкселегендә район делегацияһы “Табын­фест” фестиваленә бара, ул унда күберәк райондың һәләтле йәштәрен йәлеп итергә тырыша. Шулай уҡ ауылдашым районда ижад иткән шағирҙар, прозаиктар, музыканттарҙы туплаған «Илһам» ижади-әҙәби берекмәһе етәксеһе лә. Уның бер йылға төҙөгән планы буйынса берекмә ағзалары тирә­яҡ ауылдар буйлап осрашыуҙарға, тематик сараларға йөрөй, үҙҙәренең ижад емештәре менән ауылдар халҡын таныштыра, бер-береһенә кәңәштәр бирә, илһамландыра.

Йәшәүенең йәме – ғаиләһендә

Фәрғәт Фәрит улының тыуған ауылында ҡорған донъяһынан тәртип, уңайлылыҡ, йылылыҡ бөркөлөп тора. Уның алтын ҡулдары, барыһын да йүнәтә, төҙөй, матурлай. Йорт­баҡса эштәрен дә Ҡотлобаевтар бер төптән егелеп башҡара. Шуға ла баҡсаларында емеш­еләк ишелеп уңа, гөл­сәскәләр күкрәп сәскә ата. Ләкин, иң мөһиме ­ ул ҡатыны өсөн яҡшы ир, балалары өсөн өлгөлө атай, ейән­ейәнсәрҙәре өсөн игелекле, йомарт олатай.

­ Иң беренсе рәхмәтемде ҡатыным Фәйрүзәгә әйткем килә. Ул мине һәр саҡ аңлай, эштәремде ҡеүәтләй, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙа. Етәксе урындарҙа эшләп, бәлки, ғаиләмә, балаларыма тейешле иғтибар ҙа биреп еткермәгәнмендер. Ләкин, ул һәр ваҡыт ғаиләлә атай абруйын беренсе

урынға ҡуйҙы, атайығыҙ нимә тип әйтер, тип балаларҙа миңә ҡарата ихтирам тәрбиәләп үҫтерҙе. Шулай уҡ оло рәхмәтемде география фәненән уҡытыусым, ҡатынымдың апаһы Клара Ҡадир ҡыҙына белдерәм. Ул беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән апайыбыҙҙың кәңәштәре, өгөт­нәсихәттәре беҙгә һәр яҡлап та фатиха булып тора, ­ тип ихлас күңелдән уртаҡлашты Фәрғәт ағай.

Хәҙер инде үҙ тормоштары менән йәшәүсе улдары Айҙар менән Илдар ҡатындары Мө­

хәббәт һәм Альбина, ҡыҙҙары Айһылыу ире Максим менән үҙҙәре ҙур ғаилә булып ҡайтып төшәләр, бергәләп бар эштәрҙә лә ярҙамлашалар.

 Фәйрүзә апай менән Фәрғәт ағай улдары Илдарҙың балалары Арыҫлан, Нариман һәм Әмирәне тәрбиәләүҙә бик ҙур өлөш индерә. Улар өләсәйҙәренең тәмле ҡоймаҡ-бәлештәре менән һыйланырға яратһа, олатайҙарының фәһемле, төплө кәңәштәрен һәр ваҡыт күңел төптәренә һалып ҡуялар. Сөнки, улар хәҙер инде үҙе лә дин юлында булып, ураҙа

тотҡан, мәсеткә йома, тәрәүих намаҙҙарына йөрөгән олатайҙарының һәр әйткән һүҙе алтынға бәрәбәр икәнен яҡшы аңлайҙар. Эйе, мәҡәләм геройы ябай, кешелекле, изгелекле кеше. Уның менән төрлө темалар тураһында һөйләшергә мөмкин, ул һине тыңлай, аңлай, ярҙам итә. Уның бәрхәт тауышы, ихлас йылмайып һөйләшеүе һалҡын кистәрҙе йылыта, күңелдәрҙе тынысландыра. Фәрғәт Ҡотлобаевтың тормош ҡағиҙәһе ябай һәм тәрән: «Мин халыҡҡа хеҙмәт иттем һәм шуның менән ҡәнәғәтмен». Был һүҙҙәр эсендә – кешеләрҙең мәнфәғәттәрен шәхси мәнфәғәттәрҙән өҫтөн ҡуйған оҙайлы һәм яуаплы эш йылдары; йолаларҙы һаҡларға һәм яҡташтарының берҙәмлеген нығытырға ярҙам иткән бөгөнгө көндәге йәмәғәтселек эштәре; ейәндәрен ата­бабаларға хөрмәт күрһәтеп, әхлаҡи-рухи йүнәлештә тәрбиәләү; ауыл таланттарын асыу мөмкинлеге биргән ижади берләшмәгә ярҙам итеү ята.

Фәрғәт Фәрит улы тыуған ауылында йәшелләндәреү, зыяратты тәртипкә килтереү өмәләрендә лә ихлас ҡатнаша, шуға күрә ауылдаштары уны абруйлы кеше итеп кенә түгел, ә үҙ ғәмәл­ҡылыҡтары менән тәрбиәләгән әхлаҡи өлгө итеп тә күрә. Ысынлап та, уның ғүмер юлы ­ кешеләргә хеҙмәт итеүҙең бурыс ҡына түгел, ә эске ихтыяжға әйләнеүҙең һәм нәҡ ошондай көндәлек, әммә мөһим эштәрҙән ауылдың ысын тарихы барлыҡҡа килеүҙең сағыу миҫалы. Әгәр киләсәктә беҙҙең ауылда ябай геройҙарға һәйкәл ҡуйылһа, унда һис шикһеҙ Фәрғәт Ҡотлобаевтың да исеме индерелһен ине. Сөнки ул беҙҙең геройыбыҙ.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.

Фотолар ғаилә альбомынан

алдынды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас