Даирә
+13 °С
Облачно
Ауылым, ауылҡайым
13 Февраля , 07:40

Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй

Һарт-Шишмә ауылының йәмле Ағиҙел буйында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы, Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге йылы һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә район-ара Ҡышҡы һабантуй байрамы гөрләне.

Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуйҺарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй

Изге йола дауам ителә Һарт-Шишмә ауылында был көндө спорт рухы, милләттәр байлығы һәм татыулығы хөкөм һөрә ине. Көндөң һыуыҡ ҡына, әсе елле булыуына ҡарамаҫтан бындағы байрам үҙенә бик күп халыҡты йыйҙы һәм ҡыҙыу барҙы.

Ҡышҡы һабантуйҙа көстәрен һынап ҡарар өсөн күрше райондар командалары ла дәртләнеп килеп еткән. Бында барлығы 10 команда йыйылды. Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Иглин, Шишмә райондары командалары менән Яңы Ҡыйышҡы, Подлуб, Иҫке Муса, Ефремкин һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл советтары командалары көс һынашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне.

- Ҡышҡы һабантуй ата-бабаларыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың изге йолаларын дауам итеү байрамы булып тора. Бындай байрам беҙҙең менән бергә татыу һәм дуҫ йәшәгән барлыҡ милләт халыҡтарын берләштерә. “Айыҡ ауыл” тип аталған мәртәбәле республика конкурсы ла сәләмәт тормош алып барыуға оло ынтылыш бирә. Бөгөн беҙҙең бар көсөбөҙ һәм иғтибарыбыҙ Тыуған илебеҙҙән йыраҡта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был йүнәлештә әүҙем эшләүсе барлыҡ ирекмәндәргә рәхмәтлебеҙ. Тап бына беҙҙең ошо берҙәмлек, үҙебеҙҙе ҙур бер ғаилә итеп тойоу яугирҙәргә алға, Еңеүгә табан барырға ярҙам итә. Дошман еңеләсәк, Бөйөк Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ һәм беҙ ир-егеттәребеҙҙе именһау тыуған төйәктәрендә көтөп аласаҡбыҙ. Артабан да шулай бергә йәшәйәсәкбеҙ, эшләйәсәкбеҙ, киләсәккә пландар ҡорасаҡбыҙ һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең йәмле ауылдарыбыҙҙың үҫешен тәьмин итәсәкбеҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар, һәммәбеҙгә лә тыныс күк йөҙө теләне.

- Минең ата-бабаларым ҡасандыр ошо ерҙе төйәк иткән, шуға ла был яҡтарға килгән һайын ҙур тулҡынланыу кисерәм. Был ауыл да, уның халҡы ла миңә бик яҡын. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Татыу ғаиләләр, оло йәштәгеләргә хөрмәт, балаларға матур тәрбиә биреү, сәләмәт тормош алып барыу, атайсалға һөйөү менән бағыу, илһөйәрлек тойғолары – барлыҡ ошо ҡиммәттәр беҙҙең барыбыҙҙы ла оло бер ғаиләгә берләштерә, - тине үҙенең сығышында сараның ҡунағы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Ниндәй байрам ҡунаҡһыҙ була? Был көндө лә ҡунаҡтарыбыҙ бихисап ине. Уларҙың барыһы ла – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Ранис Алтынбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаев бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләп, иң изге теләктәрен юлланылар.

 

Автоуҙышыу

Ҡышҡы һабантуйҙың мөһим өлөшө булып Игорь Абросимов етәкселегендәге МХО Ветерандары Ассоциацияһы башланғысы менән ойошторолған илһөйәрлек автоуҙышы торҙо. Дәүләт флагтары һәм ғәскәрҙәрҙең бөтә төрҙәре флагтары менән биҙәлгән 40-тан ашыу машина Һарт-Шишмә ауылында старт алып, район юлдары буйлап Шайморатов ауылына килде. Улар бында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды, һәләк булған яугирҙәрҙе хәтергә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ урынлаштырҙы.

- Бөгөнгө көндә бик кәрәкле сара. Һәр ғаиләлә Ватанды һаҡлаған һәм яҡлауын дауам иткән һалдаттар бар. Тыуған ер өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтарын оноторға ярамай. Беҙ был хаҡта үҙебеҙ иҫтә тоторға һәм балаларыбыҙға һөйләргә тейешбеҙ. Бик күптәрҙең ошо акцияны хуплап ҡабул итеүе ҡыуаныслы. Был беҙҙең шундай ауыр ваҡытта берҙәмлегебеҙ тураһында һөйләй. Бигерәк тә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр, мобилизацияланғандар, ирекмәндәр һәм, әлбиттә, уларҙың ғаиләләре өсөн мөһим, - ти автоуҙышта ҡатнашыусылар.

Ярыштар ҡыҙыу барҙы

Ҡышҡы һабантуйҙы тантаналы рәүештә асҡандан һуң ярыштар башланып китте. Бында командалар үҙҙәренең төрлө яҡлы һәләттәрен асып һалды. Улар иң тәүҙә эстафетала көс һынашты. Бында уйындар бик күңелле барҙы. Бер пар саңғыға өс кеше баҫып ярышыу бигерәк тә ныҡ таҫыллыҡ талап итә ине. Шунан һуң командалар сәкән һуғыу, ҡар бәреү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте, тюбингтар менән ярышты. Артабан командалар төркөмдәргә бүленде. Кемдәрҙер арҡан тартышҡан арала гер күтәреүселәр, уҡ атыусылар үҙҙәренең маһирлыҡтарын иҫбатланы. Шул уҡ ваҡытта сәхнә түрендә “ТаҡмаҡБатл”да ҡатнашыусылар тамашасыларҙы үҙҙәренең төртмә телле таҡмаҡтары менән ҡыуандырҙы.

Бер һүҙ менән әйткәндә, ярыштар бик ҡыҙыу, сәмле һәм дәртле барҙы. Иң мөһиме, хатта, өшөргә ваҡыт булманы!

Еңеүселәр билдәләнде

Һәр һабантуйҙағы кеүек был көндө төрлө ярыштар буйынса еңеүселәр билдәләнде. “ТаҡмаҡБатл”дың “Актер оҫталығы” номинацияһында Иҫке Муса, Ефремкин ауыл советтары һәм Шишмә районы командалары еңеүсе булды. Архангел районы, Подлуб, Николаевка ауыл советтары, Иглин районы командалары “Үҙенсәлекле башҡарыу” номинацияһына эйә булды. Ҡырмыҫҡалы, Яңы Ҡыйышҡы ауыл советтары, Ауырғазы һәм Ғафури райондары командалары “Иң әсе телле” номинацияһын алды.

Жюри ағзаларының иң күп мәрәйен йыйып, командалар араһында еңеүҙе Архангел районы яуланы. Ғафури районы командаһы 2-се урынға сыҡһа, Иҫке Муса ауыл советы командаһы 3-сө урынға эйә булды. Шулай ҙа барыбер, дуҫлыҡ еңде тип әйтке килә!

Шундай күңелле лә, дәртле лә, йыр-моңға ла бай байрам ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәт әйтке килә. Һәр кем был көндө эргәбеҙгә килеп, сара тураһында тик ыңғай тәьҫораттары менән бүлеште.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Һарт-Шишмә ауылы халҡына еңеүҙәр теләйбеҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Һарт-Шишмәлә – Ҡышҡы һабантуй
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас