

Байрамда ауыл халҡы бик әүҙем ҡатнашты. Үрге яҡ "Сәскәләр", түбән яҡ урамының "Миләш" командалары төрлө милли ризыҡтарҙан, ҡул эштәренән, баҡсала үҫкән емеш- еләктәрҙән әҙерлектәр күргәҙмәләре күҙҙең яуын алып тора ине. Командалар араһындағы уйын да бик көсөргәнешле барҙы; "Саңғыла йөрөү", "Утын бысыу", "Һыу ташыу", "Мунса сабыныу" ҙа әле бер, әле икенсе команда алда булды. Ике яҡта әҙерләгән музыкаль номерҙар һәм район мәҙәниәт һарайының "Йондоҙ" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Сәйғәфәровтың бейеүҙәре, Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт программаһы халыҡтың күңеленә хуш килде.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213632618_2045