Ысынлап та, ҡош-ҡорт тотоу отошло. Мәҫәлән, йомортҡа һалған тоҡомло бер тауыҡ кешенең йомортҡаға ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә ала. Унан йылына 60 - 70 себеш алырға мөмкин. Был иһә 200 килограмға яҡын ҡош ите тигән һүҙ, йәғни ошо төр ризыҡ менән өс кешенән торған ғаиләне туйындыра алаһың. Себештәре бик тиҙ үҫә: йомортҡанан сыҡҡан 40 грамлыҡ ҡына йән эйәһе өс айҙа 2,3 – 2,5 килограмға етә. Ошо ваҡыт эсендә ул ауырлығын 40 – 50 тапҡырға арттыра.
Тауыҡ ите диетик ризыҡ һанала, организм тарафынан тиҙ үҙләштерелә. Мәҫәлән, уның аҡ итендә 20 проценттан ашыу аҡһым булһа, майы ни бары биш-ете генә процент. Ә өйрәктекендә — 30 процентҡа тиклем май. Тауыҡ йомортҡаһы — организмға кәрәккәнсә аҡһым, май, углеводтар, минераль матдәләр һәм витаминдар сығанағы. Был — ауыл хужалығында етештерелгән һәм тәбиғи “ҡабы”на һалынып һатып алыусыға еткерелгән берҙән-бер аҙыҡ.
Тауыҡ аҫрау алдынан төп йүнәлештәрҙе билдәләргә кәрәк: күпмеһен ит өсөн, күпмеһен йомортҡа һалыуға тотаһың. Шуға алдан тоҡом һайлап ҡуйырға кәрәк.
Йомортҡа һалыу өсөн Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә башлыса “леггорн”дарҙы, ә иткә “корниш” һәм “аҡ плимутрок” тигәндәрҙе тоталар. Шәхси хужалыҡтарҙа ит өсөн дә, йомортҡаға ла айырым тоҡом аҫрамаһаң да була. Ғәҙәттә, уларҙың икеһен дә алмаштырырҙайҙары, халыҡта “ярым бройлер” тип йөрөтөлгәндәре бар. Етмәһә, хужа кеше иҡтисади яҡты ғына түгел, матурлыҡты ла уйлай бит. Берәүҙәргә ап-аҡ ҡоштар оҡшай, икенселәренә ҡап-ҡараһы, сыбары, ҡыҙылы — йәнең теләгәнде аҫрарға мөмкин.
Үҙҙәрен аҡлаған, һәйбәт яҡтан күрһәткән тоҡомдар
“Леггорн” – йомортҡа һалған тоҡом. Төҫтәре төрлөсә булырға мөмкин. Шулай ҙа киң таралғаны — аҡ ҡоштар. Улар йылына 230 – 260 дана йомортҡа һала. Һәр береһенең ауырлығы 58 – 60 грамм тәшкил итә, себештәрҙең сығышы яҡшы. Әтәстәрҙең тереләй ауырлығы – 2,7-3, тауыҡтарҙыҡы – 1,8-2 килограмм.
Һуңғы йылдарҙа һоро “леггорн”дар — “ломанн браун” (Германия), “изабраун” (Франция) киң тарала башланы. Бындай тауыҡтар һоро ҡакбыҡлы йомортҡа һала. Йомортҡаларҙы кешеләр теләп һатып алһа ла, бындай тауыҡтарҙы шәхси хужалыҡтарҙа аҫрау ауырыраҡ, сөнки ашатыуҙа махсус талаптар бар.
Аҡ рус тауыҡтары урындағы тауыҡтар менән “леггорн”дарҙы ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кәүҙәгә улар “леггорн”дарҙан ҙурыраҡ. Йомортҡа һалыуҙары аҙыраҡ. Уның ҡарауы, урындағы һауа шарттарына тиҙерәк яраҡлашалар.
Ит тоҡомлоларҙы беҙ бройлер тип йөрөтөргә күнеккәнбеҙ. Был — “корниш” йәки “корнуэлл”. Тоҡом, Англияла сығарылып, донъяға таратылған. Әтәстәренең ауырлығы 4-5 килограмм тартһа, тауыҡтарыныҡы – 3,3-3,8 килограмм. Йылына 110—130 йомортҡа һалалар.
“Плимутрок” тоҡомо иһә Америкала сығарылған. Төрлө төҫтә булһалар ҙа, сәнәғәттә тик аҡ төҫлөләрен генә файҙаланалар. Тереләй ауырлыҡтары 3,6-3,8 һәм 2,8-3 килограмм тарта. Шәхси хужалыҡтарҙа бройлер тауыҡтарын үрсетеү өсөн тотоу артыҡ сығым тәшкил итә, шуға уны ҡошсолоҡ фабрикаларынан алалар.
Ит-йомортҡа тауыҡтарынан көмөшһыу “адлер” тоҡомлоларын атарға була. Ул Адлер ҡошсолоҡ фабрикаһында сығарылған. Кубань дәүләт аграр университеты ғалимдары “аҡ рус”, “нью-чемпшир”, “первомай”, “аҡ плимутрок” һәм “бөркөт” тауыҡтарын йылдар дауамында ҡушып барлыҡҡа килтергән. Йылына 180-200 йомортҡа һалалар. Үҙҙәре оя бик баҫмаһа ла, йомортҡаларының сығышы 80 – 85 процент тәшкил итә.
Беҙҙә йыш осраған “кучино” тоҡомо Мәскәү өлкәһенең “Кучино” тоҡомсолоҡ заводында сығарылған. Улар ҙа, “адлер”ҙар һымаҡ, бер нисә тоҡомдо ҡушҡандан һуң барлыҡҡа килгән.
Ошо төп ит-йомортҡа тоҡомлоларҙан тыш, “родайланд”, “нью-гемпшир”, “ҡара Мәскәү” тауыҡтары һымаҡ һирәгерәк осрағандары ла бар.
Эльвира ЛУТОВА, Учалы районы:
- Быйыл тәжрибә үткәреп ҡараныҡ: 650 бройлер һатып алдыҡ. Бер себеш 110 һум тора ине. Уларҙы алыуға 71 мең һум аҡса китте. Үҫтереп алғансы 50 себеште төрлө сәбәп арҡаһында юғалттыҡ. Эттәр ҙә тамаҡланы, ауырып та үлделәр.
40 көндән себештәрҙе һуя башланыҡ. Өс – өс ярым килограмлыҡ булдылар. Бер килоһын 400 һумға һаттыҡ. Тауыҡ хаҡы 1400 һум самаһы сыҡты. Килемдең яртыһы тиерлек ашатыуға китте. Ул сама бройлерҙы үҙ көсөң менән таҙартыу мөмкин түгел. Кеше ялланыҡ. Уларға эш хаҡы түләнде.
Себеште көҙ һанайҙар. Эксперимент уңышлы килеп сыҡты тип иҫәпләйем. Әлбиттә, йәй буйы эшләргә, иртә таңдан уларҙы ашатырға, ҡураны таҙаларға кәрәк булды, әммә һөҙөмтә үҙен аҡланы.
Ләйсән ДӘҮЛӘТОВА, Өфө районы:
- Өс йыл элек ауылға күстек. Өс балабыҙ бар. Ғаиләне тауыҡ ите һәм йомортҡа менән тәьмин итеп торор өсөн 100 тауыҡ алдыҡ. Балаларға ҡыҙыҡ булһын өсөн өс төрлө тоҡомдо тауыҡ алдһайланыҡ. Бер тоҡом - ҡыҙыл йомортҡа, икенсеһе – зәңгәр, сөнсөһө йәшел төҫтәгеһен һала. Иген генә ашап торған тауыҡтарҙың йомортҡаларын ауылдаштар ҙа, эштәге хеҙмәттәштәребеҙ ҙә теләп ала. Быйыл бер тиҫтә йомортҡаның хаҡы 130 һумдан төшмәне. Көн һайын 50 - 60 йомортҡа йыйып алабыҙ. Көн аша һатыуға алып сығам. Был аҡса тауыҡтарға аҙыҡҡа киткән сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә. Быйыл 15 тауығыбыҙ себеш сығарҙы. Әтәстәрен һуйҙыҡ, тауыҡтарын ҡалдырҙыҡ.
Киләсәктә тауыҡ һанын арттырырға уй-ниәт юҡ. “Тауыҡ тотоу отошло түгел. Улар күп ашай. Нимәгә кәрәк?”, - тип тәнҡитләүселәр бар. Уларға яуабым шул - балаларым таҙа ризыҡ ашай. Йомортҡа булһынмы, тауыҡ итеме – үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡ-түлек. Шуныһы менән ҡиммәт был шөғөл.
Зөлфиә МАНСУРОВА, Кушнаренко районы:
- Тауыҡтарҙы ихласлап, яратып тотам. Төрлө тоҡом алып ҡараным. Хәҙер иһә “ебәк ҡытай” тауыҡтарында туҡталдым. Улар бәләкәй генә, бигерәк матурҙар. Шул уҡ тауыҡ һымаҡ, әммә күҙҙең яуын алып, донъямды йәмләп эре генә йөрөйҙәр. Уларҙы ит өсөн дә, йомортҡа өсөн дә тотмайым. Үрсетеп һатыу маҡсатында тотам. Тауығының хаҡы - 1500, әтәсенеке - 2000 һум. Шул матурлығы менән кешеләрҙе арбай улар. Йәй дауамында 200 мең һум аҡса эшләп ҡалам. Йомортҡаларын да, себештәрен дә, ҙурайғандарын да һатам. Тоҡомдо һаҡлап ҡалыу өсөн бүтән төбәктәрҙән йомортҡалар яҙҙырып алам. Хаҡлы ялға сығыу менән ошо эшкә тотонғайным. Рәхәтләнеп булышам.
Йомортҡа, ит өсөн ҡыҙыл тауыҡ аҫрайым. Улар әрһеҙ. Үҙҙәре себеш сығара, йомортҡаһын да беҙҙән йәлләмәй.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Автор фотолары.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-12-09/tauy-rsete-otoshlomo-4044824