Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Ауылым, ауылҡайым
7 Ноябрь 2024, 14:40

Диетолог менән осраштыҡ

Был көндө үткән осрашыуҙа Ибраһим ауылы халҡы сәләмәт туҡланыу тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарына яуап тапты.

Диетолог менән осраштыҡ
Диетолог менән осраштыҡ

Диетолог менән осраштыҡ

Был көндө үткән осрашыуҙа Ибраһим ауылы халҡы сәләмәт туҡланыу тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарына яуап тапты.

 

 Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһының табип-те­рапевт-диетологы Гүзәл Ихсанова организмдың йәшәү эшмәкәрлегендә туҡланыу роле тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм енте­кле һөйләне, аҙыҡ менән кеше энергия сығымда­рын ҡаплау һәм алмашыу процестарын көйләү өсөн кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр һәм витамин­дар ала, тип билдәләне. Баланслы туҡланыуҙың социаль аралашыу акты булараҡ, ашауҙың мәҙәни әһәмиәтенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шу­лай уҡ белгес дөрөҫ туҡла­ныуҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә булышлыҡ итеүен дәлилләне.

Әлбиттә, осрашыу ба­рышында Гүзәл Барый ҡыҙы күптәрҙе борсоуға һалырға мәжбүр итеүсе, байтаҡ ғаиләләрҙе тарҡа­тыуға килтереүсе, бихисап сабыйҙарҙы ата-әсә һөй­өүенән мәхрүм ҡалдырыу­сы, кеше организмы өсөн иң зарарлы ғәҙәт булған алкоголизм һәм шулай уҡ тәмәке тартыу, нарко­мания темаһын да күтәр­мәйенсә ҡалманы. Был ғәҙәттәрҙең кеше һау­лығына төҙәлмәҫлек зыян килтереүе һәм ҡот осҡос эҙемтәләренең береһе – уларҙың тоҡомдарға йоғонтоһо тураһында ла һөйләргә онотманы. Был насар ғәҙәттәрҙең барыһы ла шәхестең әхлаҡи дегра­дацияһына килтерә. Оҙаҡ ваҡыт алкоголь, тәмәке тартыу йәки наркотиктар ҡулланыу менән шөғөл­ләнгән кешеләр үҙҙәре­нең ғүмерен тиҫтәләгән йылға ҡыҫҡарта.

Рациональ туҡланыу аша һаулыҡты һаҡлау мөмкинлектәрен фор­малаштырыу, кешенең хеҙмәт эшмәкәрлеге­нең аҙыҡ-түлеккә кире эҙемтәләре тураһында күҙаллауҙарҙы киңәй­теү, экологик таҙа тә­биғи аҙыҡ-түлекте һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған сара “Айыҡ ауыл” республика кон­курсында ҡатнашыуға бәйле үткәрелде. Фәһем­ле осрашыуҙа әүҙем ҡат­нашҡандарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Сәләмәт бу­лайыҡ, үҙебеҙҙе һәм ор­ганизмыбыҙҙы һаҡлайыҡ, яратайыҡ!

Рүзилә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,

Һәүәләй филиалының «Бәләкәс» балалар

баҡсаһының музыка етәксеһе.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: