Йомортҡаны һалҡынса урында йә тоҙ эсендә һаҡларға кәрәк.
Йомортҡаның һарыһы айырыуса файҙалы. Ул тулыһынса тиәрлек эшкәртелеп, файҙалы матдәләргә бүленеп бөтә; йөрәкте, мейене һәм тәнде нығыта; күкрәкте, үпкәләрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта; ашҡаҙан, эсәк, һейҙек ҡыуығы ауырыуҙарын дауалай; күп ҡан юғалтҡан кешеләрҙең хәлен яҡшырта.
Тауышты асыу өсөн, һейҙек ҡыуығы эстән янғанда сей йомортҡа һарыһы эсәләр.
Ләкин сей йомортҡа һарыһы ашҡаҙанға, бөйөрҙәргә зарарлы — таш ултырырға мөмкин, тәнгә бетсәләр сығара.
🔸 Йомортҡаны ярым сей, ярым бешкән килеш ашарға киәрәк. Бының өсөн уны ҡайнар һыуға һалғас, 100 гә хәтле һанарға кәрәк. Шул саҡта йомортҡа бешер-бешмәҫ була. Ә иң яҡшыһы — йомортҡаны һытып, һыуҙа йә һөттә бешереү.
🔸Тән бешкәндә сей йомортҡа һөртөргә кәрәк. Ул уны тиҙ төҙәтә.