-6 °С
Болотло
Беҙҙең ауылда элек-электән матур йола һаҡланып килә. Малдарҙы беренсе көн көтөүгә ҡыуған ваҡытта йомортҡа алып баралар. Был инде малдар иҫән-имен йөрөп, ҡураларыбыҙға көр булып керһендәр тигән теләктә үткәрелә.
28 апрелдә беҙҙең Шәрипҡол ауылында ла көтөү сыҡты.
Ошондай матур йоланы юғалтмай һаҡлап килгәндәре өсөн ауылдаштарға рәхмәт. Йәш быуын күреп үҫә, был киләсәктә лә дауам итер, тип уйлайым.
Бәлки, башҡа ауылдарҙа ла шундай йолалар барҙыр?
Тыуған ауылыбыҙ үҫһен, йәшәһен.
Фирүзә Ғирфанова.
Шәрипҡол ауылы.