Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
22 Апрель , 07:33

Мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел...

Ҡарлыманбаш ауылы зыяратында йәкшәмбе өмәһе үткәреү тәҡдимен ауылдаштар берҙәм хупланы. Иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә үк халыҡ төркөмө зыяратҡа ашыҡты.

Мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел...
Мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел...

Улар араһында ололар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа бар ине. Ауылдаштар бергәләшеп ҡороған ярраҡтарҙы тырмаланылар, ауған ағастарҙы ваҡлап киҫеп сығарҙылар.
Ситтән ҡарағанда зыярат үтәләй күренә, башланы, таҙарҙы. Шуныһы һоҡландырҙы, сүп өйөмдәре өйөлөп кенә ҡалманы, шунда уҡ уларҙы махсус машиналарға тейәп оҙаттылар. Ауыл халҡына ярҙамға еңел машиналарға прицеп тағып, арбалы тракторҙар килгән ине. “Сер түгел, элек Май байрамдарындә митингтарға сығып, ашап – сәй эсеп, күңел аса инек. Ни эшләйһең, заманаһы шулай булған, хәҙер беҙҙең өсөн 1 Май ысын хеҙмәт байрамына әйләнде.
Зыяраттарҙы ҡарау йәмәғәтселектең дә эше ул. Зыярат торошона битараф булмаған халыҡты иғлан яһап саҡырҙык. Күберәк кеше йыйылһа, эш күләме лә ырай бит. Зыярат - ауылыбыҙҙың йөҙө ул. Элек-электән, әлеге ауылда кем йәшәгәнен белергә теләһәң, зыяратына барып ҡара, тейә торғаннар ине. Халыҡ шуны онотмаһын. Үҙебеҙ ҙә Мәңгелек йортҡа бараһы кешеләр бит беҙ, - ти ауылыбыҙҙың депутаты Ихсан Хәсән улы. Барлыҡ килгән ауыл халҡына, Ҡырмыҫҡалы биҫтәһенән килгән халыҡҡа ҙур итеп рәхмәт. Эколгик өмәләр дауам итә. Әйҙәгеҙ әүҙемерәк өмәләргә йыйылышайыҡ. 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: