Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡҡа сәйәхәт Минзәлә Язғарова

Бәхетле бала саҡ иленә ҡайтып килергә саҡырғас, мин дә сәйәхәткә юлландым әле.Ул ил донъялағы иң матур тәбиғәтле ерҙә, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Үтәгән ауылында. Бында минең йәйге ямғырҙарҙан һуң барлыҡҡа килгән күләүектәрҙә йөрөгән, хәтфә үләндәрендә йүгергән бала саҡтағы ялан аяҡ эҙҙәрем ҡалған.Күңелдә иң йылы хәтирә булып һаҡлана был илдә йәшәгән саҡтар.

Бала саҡҡа сәйәхәт                                   Минзәлә Язғарова
Бала саҡҡа сәйәхәт Минзәлә Язғарова
Май айында ҡарға бутҡаһына барыуҙар иң иҫтәлекле ваҡиға булып хәтерҙә ҡалған. Байрамға яҙ етеп, йылыта башлау менән әҙерләнергә тотонабыҙ. Алдан кем нимә алаһын һөйләшәбеҙ, кем балта, кем усаҡта сәй ҡайнатырға сәйнүк, һыу алырға биҙрә, шулай уҡ ниндәй тәмлекәстәр алып киләсәк - барыһын да барлайбыҙ. Беҙ үҫкәндә ауылда бала-саға бик күп ине. Ғәҙәттә, күрше йәшәгән тиҫтерҙәр менән йыйылып, төркөм -төркөм булып сығабыҙ.
Байрам көндө Кәсеүән йылғаһы буйында уңайлы урын табып, олораҡтар усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, бутҡа бешерә башлай. Ҡалғандар етерлек ҡоро-һары утын йыйып бөткәс, төрлө уйындар, ярыштар үткәрә. Үҙе хуш еҫле, үҙе тәмле бутҡа бешеп сыҡҡас, бөтәһе лә табын артына ултыра. Шау-гөр килеп, төрлө ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр менән бүлешеп, ашап туйғас, ҡалған бутҡаны ҡоштар ашаһын өсөн ағас ботаҡтарына,ҡоро үлән баштарына һалып сығабыҙ һәм күмәкләшеп "ҡар-ҡар"- тип ҡулдарҙы ҡанат итеп ҡағып йүгерешәбеҙ. Һуңынан ҡайһы бер малайҙар, һыу һыуыҡ булһа ла, ҡолас ташлап йөҙөргә төшә, ҡалғандарыбыҙ бер-береһен һыу менән ҡойондора. Кисен ҡояшта янып бөтөп, арып-талып таралышабыҙ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был байрамға йыл да мотлаҡ сыға инек, тик бер ваҡытта ла ямғыр яуғаны, йә һыуыҡ булғаны иҫтә юҡ. Был матур, изге йола беҙҙең осраҡта тулы мәғәнәһендә башҡарылмаһа ла, тәбиғәт тә, ахырыһы, беҙҙе, балаларҙы ҡурсалаған.
Ағиҙелдә ярышып һыу инеүҙәр ҙә бала саҡтың иң бәхетле саҡтарылыр. Унда ла күмәкләшеп, төркөм-төркөм барабыҙ. Йөҙә белмәгәндәргә олораҡтар ярҙамға килә, ҡайһы берәүҙәре ундайҙарҙы төпкәрәк алып барып ҡалдырып китә. Батыуҙан ҡурҡып, йөҙөргә өйрәнгәнде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ирендәр күм-күк булғансы йөҙөп, эҫе ҡомда ятып ҡыҙынып, арып-талып ҡайтып барғанда ҡаршыға икенсе төркөм осраһа, кире боролоп киткән саҡтар ҙа булды.
Күмәкләшеп емеш-еләк һәм үләндәр йыйыу ҙа үҙе бер күңелле мәл булып иҫтә ҡалған. Ә ауылымдың тәбиғәте шундай матур һәм йомарт! Иртә яҙҙан бер-бер артлы йыуа, ҡаҡы, балтырған, ҡуҙғалаҡ, йәйен ҡыҙыл һәм һары мәтрүшкә, еләк, ҡарағат, ҡурай еләге, муйыл, көҙөн балан,ҡомалаҡ, бөрлөгән,гөлйемеш өлгөрә. Барыһын да күпләп йыябыҙ. Әлбиттә, яландарға, урмандарға барғанда ла, ҡайтҡан да ла, нимәлер йыйғанда ла шым ғына йөрөмәйбеҙ: йомаҡтарын да ҡоябыҙ,тиҙәйткестәр әйтеүҙә лә ярышабыҙ, ҡурҡыныс тарихтар ҙа һөйләйбеҙ, төрлө яңылыҡтарҙы ла онотмайбыҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Күҙ яуын алып ултырған сәскәләрҙән гөлләмәләр яһайбыҙ, күбәләктәр артынан да йүгерергә һәм төрлө бөжәктәрҙе лә күҙәтергә өлгөрәбеҙ.
Ҡыш көндәре лә тик күңелле мәлдәре менән иҫтә ҡалған. Беҙҙе, балаларҙы, ҡыштың ыжғыр бурандары ла, әсе елле көндәре лә, сатлама һыуыҡтары ла ҡурҡытмай ине. Быймалар, бәлтә-бейәләйҙәр боҙ булып ҡатып, өйгә ингәс уларҙы үҙҙәрен генә баҫтырып ҡуйырлыҡ булғансы урамда инек. Атайҙар, ағайҙар эшләп биргән ҙур ағас саналарҙа шыуабыҙ, быймаларға бәйләнгән коньки,саңғыларҙа елдерәбеҙ. Ә иң яратҡан уйын - һуғыш уйыны. "Аҡтар"-"ҡыҙылдарға", йә "ниместәр" - "беҙҙекеләр"гә бүленеп уйнай торғас, ҡайһы берҙә ысынбарлыҡты онотоп ролдәргә ныҡлап инеп китеп уйнап, "пленға"төшкән "аҡтар" менән "ниместәр”ҙе ысынлап та ныҡлап дөмбәҫләп ташлаған ваҡыттар ҙа булды. Уйындан-уймаҡ сыға яҙған саҡтар ҙа булғыланы. Ҡыштың бер бер матур көнөндә шулай ҡаты алыштар барған саҡта, ҡарҙан эшләнгән блиндаж емерелеп, күрше малайы ҡар аҫтында ҡалды. Күпмелер ваҡытҡа аптырап, ҡурҡып ҡалһаҡ та, күмәкләшеп соҡоп сығарҙыҡ бер ни булмағандай ятҡан "командирҙы".
Әлбиттә, уйын-көлкө менән генә үтмәне бала сағыбыҙ. Яланда ололарға бесән әҙерләүҙә ҡатнашыуҙар, ырҙын табағында иген елгәрешеүҙәр, баҫыуҙарҙа сөгөлдөр уташыуҙар, ҡыштарын өй буйлап көл йыйыуҙар ҙур бер байрам һымаҡ булып иҫтә ҡалған.
Бала саҡтың илендә бөтәһе лә бәхетле булалыр, тип уйлайым мин. Бала саҡта үткәргән һәр бер көнө яҡын, һәр бер көнө һағындыра.
Миңзәлә Язғарова.
Ҡамышлы ауылы
Автор:
Читайте нас: