Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
22 Февраль , 14:48

Дегәнәктең файҙаһын беләһегеҙме?

Был һорауға яуапты түбәндә табырһығыҙ.

Дегәнәктең файҙаһын беләһегеҙме?
Дегәнәктең файҙаһын беләһегеҙме?

????Дегәнәк тамырын сентябрҙә йыялар һәм уны биш йыл һаҡларға мөмкин. Нимәгә файҙалы һуң ул?
????Бөйөрҙәрҙе дауалау
Дегәнәк халыҡ медицинаһында бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла. Сирҙең башланғыс стадияһында нефрологтың, башҡа дарыуҙар менән бер рәттән, дегәнәк төнәтмәһе эсергә лә кәңәш итеүе ихтимал.
????Мәҫәлән, бөйөрҙәге кистаны дегәнәк һуты менән дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша үткәреп, һутын һығып алырға. Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып торорға кәрәк.
????Дегәнәк һутын тәүге ике көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр балғалаҡ эсергә, тағы ике көн көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә, артабан иһә көнөнә өсәр тапҡыр өсәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
????Дауаланыу курсы – бер ай. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына киптерелгән уҫаҡ япрағы онтағын өҫтәргә мөмкин.
????Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 грамм сеймалға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.
????Дегәнәктән компресс та файҙалы: төнгөлөккә ауыртҡан бөйөр яғына аҫ яғы менән ябып, шарф менән бәйләп ҡуйығыҙ.
????Бәүел ҡыуҙырыу өсөн
Дегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 грамм тамырын 800 грамм ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төнгөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин.
????Аллергиянан
Организмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк аллергияға ҡаршы көрәштә лә ҡулланыла. Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.
????1. Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм биш минут ҡайнатырға. Эҫе килеш һөҙөп, ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Ҡалғанын өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға.
????2. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына өс стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртнәсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут йылытырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
????3. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм гөлйемеш емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
????Бауырға файҙаһы
Бауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы – май айында алынған һут. Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәрергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Бер аҙна эскәндән һуң, ете көн ял итергә һәм тағы ҡабатларға мотлаҡ. Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай.
????Подаграға ҡаршы
Подаграға ҡаршы көрәштең бер нисә ысулы бар.
????1. Ике ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған дегәнәк тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Һуңынан утҡа ҡуйып, биш минут ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр йылы килеш яртышар стакан эсергә.
????2. Быуындар подаграһынан ярты литр ваҡланған дегәнәк япрағына ярты литр бал һәм шул уҡ күләмдә араҡы ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) һаҡларға кәрәк.
????3. Аяҡта подагра булғанда, дегәнәктән компресс ябырға була. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут тирәһе ҡайнатырға һәм 40 минут самаһы төнәтергә. Марляны бер нисә ҡат итеп ҡатлап, төнәтмәгә манып алырға һәм ауыртҡан аяҡҡа ябырға. Өҫтөнән йылы әйбер менән урап ҡуйырға онотмағыҙ. Һәр ҡулланғандан һуң марляны яҡшы итеп йыуырға йә алмаштырырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай.
????Быуындар һыҙлағанда
Был осраҡта компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.
????1. Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй.
????2. Ауыртҡан тубыҡҡа бер юлы бер нисә япрағын йомшаҡ яғын аҫҡа ҡаратып ябырға кәрәк. Ҡулланыр алдынан уларҙың өҫтөнә эҫе һыулы һауыт ҡуйып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ төнгөлөккә нығытып бәйләп ҡалдырырға. Бөтә төр компресс менән дә дауаланыу курсы – бер ай.
????3. Арҡа ауыртҡанда япрағын иҙеп, одеколонға манырға һәм ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнә полиэтилен ябырға. Был процедураны ярты ай буйы көн һайын ҡабатларға.
????4. Дегәнәктең араҡыла төнәтелгән төнәтмәһе быуындар һыҙлауынан яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡланған тамырына араҡы ҡойоп, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә.
????5. Майын әҙерләү өсөн 80 грамм дегәнәк тамырына бер стакан "нерафинированное" тип яҙылған үҫемлек майы ҡойоп, бер көн төнәтергә. 24 сәғәттән һуң утҡа ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. Дегәнәк майын һыуытҡыста һаҡларға.
????Организмды таҙартыу өсөн
Дегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. Көслө ағыуланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан насар матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың кире эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер. Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе файҙаланыла.
????1. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм бер-ике минут ҡайнатып алырға. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә.
????2. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.
????Ашҡаҙан сей яраһынан
Сей яраны дауалауҙа дегәнәк ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн шундай дарыу әҙерләргә мөмкин:

Бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр эҫе килеш 200 миллилитр эсергә.
????Тиренең матурлығы һәм сәләмәтлеге өсөн
Дегәнәк С һәм Е витаминдарына бай. Улар иһә тирене һырҙар барлыҡҡа килтереүсе ирекле радикалдар йоғонтоһонан һаҡларға һәләтле. С витамины ҡатын-ҡыҙ организмында тиренең һығылмалылығын арттырған коллаген бүленеп сығыуға йоғонто яһай. Е витамины иһә тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай.
????Дегәнәк тамыры составында фолий кислотаһы менән ниацин бар. Улар тирене иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай ундағы кальций, калий, фосфор һәм магний тирене кислород менән байыта. Дегәнәк, бик яҡшы антисептик һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороусы сара булараҡ, һытҡыларҙан арынырға ла ярҙам итә.
Борон-борондан дегәнәктең сәс өсөн шифаһы ла билдәле. Даими рәүештә дегәнәк төнәтмәһе менән сайҡатҡанда, улар ҡуйырып, матурайып китә, ҡойолоуҙан туҡтай.

 

 

Автор:
Читайте нас: