Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
16 Февраль , 21:46

Өҙлөкһөҙ яуған ҡар

Көнө-төнө тынмайынса өҙлөкһөҙ яуған ҡар ерҙе ҡаплап, ҡалынайғандан-ҡалыная барып, ырҙын кәртәләрен дә күмеп китә. Ауылдың төп урамдарын халыҡ телендә "дизель" тип йөртөлгән дәү Т -100 тракторында Дәүли ағай көскә таҙартып өлгөрә, ә инде кесерәк урамдарҙы (тыҡрыҡтарҙы) һырынтылар баҫып китә. Юл һуҡмаҡтарға ғына тороп ҡала.

Өҙлөкһөҙ яуған ҡар
Өҙлөкһөҙ яуған ҡар
 
Һырынтылар бейегәйгән һайын ул һуҡмаҡтар ҙа күтәрелә барып, кескәйерәк өйҙәрҙең ҡыйыҡтары менән тигеҙләшә. Ҡай берәүҙәргә ҡатҡан ҡарҙы кирткәсләп баҫҡыс яһарға ла тура килә. Нишләмәк кәрәк, шунһыҙ мөмкин түгел. Күпселек ихаталарға ҡапҡа асып - ябып тороу мохтажлығы ла ҡалмай: оло ҡапҡалар ҡыш башынан уҡ алынып ҡуйыла.
 
...Күптән инде шундай ҡарҙарҙы күргән юҡ. Әммә ҡарҙар яуып тора. Һалҡын көндәрҙә аяҡ аҫтында күңелле итеп шығыр-шығыр килә. Бөгөн ныҡлабыраҡ тыңланым әле: шарт-шорт та итә икән. Кемдең нисек баҫыуына ҡараптыр инде.
Тын алғыһыҙ, тынды ҡурырлыҡ сатлама һыуыҡ, тиҙәр. Тешең тешкә тейгеһеҙ, йәки төкөрөк төшкөһөҙ һалҡын, тип тә ебәрәләр. Ҡолаҡтарҙы, танауҙы семетә, өтөп бара, тип тә һөйләйҙәр. Хатта һыуыҡтарҙың болан мөгөҙөн һындырырҙайы ла була. Һалҡындар әҙерәк кәмеүгә китһә, көн һындырҙы, тип еңел тын алалар.
... Хәҙер инде улай тип тел сарлап тормайбыҙ: аномаль һыуыҡтар тибеҙ ҙә, бөттө - китте, вәссәләм. Ни тиһең, фәндән ҡалышып та, уҙып та булмай.
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: