Изге ниәттәре тормошҡа ашһын!
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ауыл халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүсе ыңғай күренештәрҙең береһе булып тора. Шуның өсөн йыл да һәр бер ауыл биләмәһе халҡы был программала ҡатнашырға тырыша һәм еңеп сығыу өсөн бар тырышлығын һала.
Атйетәр ауыл советы биләмәһе халҡы ла йыл һайын урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар Яҡты Ялан ауылының проблемаһын хәл итергә ҡарар иттеләр.
Ауыл халҡы дөйөм йыйылышҡа йыйылып, иң өҫтөнлөклө проблеманы асыҡланы. Иң тәүҙә ауыл советы хакимиәте башлығы Гөлйөҙөм Ураҙбахтина йыйылышты асып, проектты бойомға ашырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Яҡты Ялан халҡы иң тәүге сиратта автомобиль юлын һәм урамдағы яҡтыртыу системаһын ремонтлау, ауылдың быуаһын төҙөкләндереү эштәренең мөһимлеге хаҡында белдерҙе. Улар күмәкләшеп кәңәшләшкәс, программа сиктәрендә Урман һәм Ялан урамдары юлдарын ремонтлау өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Эште башҡарып сығырға ярҙам итеү өсөн дүрт кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Был исемлеккә Рәзидә, Әлфиә, Ришат Ураҙбахтиндар һәм Фирхәт Аҡбашев инде. Улар аҡса йыйыуҙа ярҙам итәсәк һәм бар эштәрҙең үтәлешен күҙәтеп барасаҡ.
Шулай уҡ ауыл халҡынан дөйөм сумманың 9%-ын, йәғни 54 000 һум аҡса йыйырға ҡарар ителде. Һәр йорттан 1200 һум аҡса йыйыласаҡ. Йыйылышҡа килгән халыҡ был ҡарарға ла бер тауыштан риза булды. Аҡса артып ҡалған осраҡта, уны ошо уҡ проектҡа тотонорға тип һөйләште ауылдаштар. Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотоһы.