Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
23 Ғинуар , 15:20

Ауыл зыяратын ремонтлау

Прибельский ауыл биләмәһенең Һарт-Науруз ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ҡарар итте.

Ауыл зыяратын ремонтлау
Ауыл зыяратын ремонтлау

Ауыл зыяратын ремонтлау

Прибельский ауыл биләмәһенең Һарт-Науруз ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ҡарар итте.

2023 йылдың 25 декабрендә 2024 йылдың 11 ғинуарында улар күмәкләшеп йыйылышып, алдан һөйләштеләр. 12 ғинуарҙа иһә йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Уны Прибельский ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Суркова асты. Ауыл халҡы йыйылыштың рәйесен һәм секретарын, шулай уҡ иҫәп комиссияһын һайланы.

  • Һарт-Науруз ауылы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу инициативаһы менән сыҡты. Программа конкурс нигеҙендә республика бюджетынан биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар бүлеп биреүҙе күҙ уңында тота, - тине Наталья Анатольевна.

Йыйылышта ҡатнашыусылар Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн берҙәм тауыш бирҙеләр. Һарт-Науруз ауылы халҡы берләшеп, күпселек тауыш менән программала ҡатнашыу өсөн ауыл зыяратын ҡоймалау проектын һайланы.

Проект еңгән осраҡта дөйөм сумманың 11%-ын халыҡтан йыясаҡтар. Бынан тыш иғәнәселәр ҙә ярҙам күрһәтәсәк. Рәмзил Сәйфетдинов, Рәмилә Мортазина, Гөлнара Әрҙәширова, Рәлиф Рәҡимов, Флүр Яҡшығолов, Сәлих һәм Мөнир Ҡотлояровтарҙан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Артып ҡалған аҡса сүп-сар өсөн контейнер алыуға һәм урынлаштырыуға тотоноласаҡ, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Елена ЯНТУРАЕВА.

  

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: